Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
26 Декабрь 2022, 12:30

"Һәләк булған ҡыҙҙар гел төшөмә инә..."

Дүрт ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән егеткә хөкөм ҡарарын йомшартыуҙы һорайҙар. Ғәйепләнеүсе һөйләүенсә...  

"Һәләк булған ҡыҙҙар гел төшөмә инә..."
"Һәләк булған ҡыҙҙар гел төшөмә инә..."

Саҡмағош район-ара суды Баҡалы районынан 23 йәшлек егеткә ҡарата “иҫерек килеш автомобилгә ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу һәм транспорт сараларын ҡулланыу һөҙөмтәһендә, ике һәм унан да күберәк кешенең һаҡһыҙлыҡ сәбәпле һәләк булыуы” статьяһына ярашлы ҡуҙғатылған енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл 18 июлдә 04.40 сәғәт тирәһендә Баҡалы ауылында бер егет иҫерек килеш “Audi A5” автомобилдә рөхсәт ителгән тиҙлекте арттырып, урамдың ҡаршы яҡ һыҙатынан килгән дүрт йәш ҡыҙҙы бәрҙерә. Йәйәүлеләр авария урынында уҡ алған йәрәхәттәренән йән бирә, уларҙың береһе - бәлиғ булмаған бала.

Егет үҙ ғәйебен таныған. Суд, дәүләт ғәйепләүсеһе ҡарашын иҫәпкә алып, егетте 13 йылға иркенән мәхрүм итә, был ваҡытты дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк. Шулай уҡ ул өс йылға транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән һәм уға зыян күргән һәр ғаилә файҙаһына бер миллион һум күләмендә рухи зыянды ҡапларға тура киләсәк.

Хөкөм ҡарары көсөнә инмәгән.

Быға тиклем егет судта үҙ ғәйебен тулыһынса таныуын, үкенеүен белдергән. Ғәйепләнеүсе һәр төн һайын һәләк булған ҡыҙҙарҙың төшөнә инеүен һөйләгән. Уның адвокаты судтан йомшағыраҡ хөкөм ҡарары сығарыуҙы һәм әхлаҡи зыян күләмен кәметеүҙе һораған. Адвокат белдереүенсә, тәфтиш изоляторында ғәйепләнеүсе үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла маташҡан.

Ҡыҙғаныс хәл, ҡыҙҙарҙы кире ҡайтарып булмай, ә егеттең яҙмышы мәңгелеккә селпәрәмә килде. Ә кем ғәйепле? 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ”.

Автор:Рәмилә Мусина
 
Автор: