Административ штрафты закон тарафынан билдәләнгән ваҡытта үҙ аллы түләмәгән осраҡта, полиция хеҙмәткәре бындай мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшергәндән һуң, бурыслынан мәжбүри рәүештә штраф күләмен түләттереү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә административ штраф һалыу тураһында ҡарар ебәрә һәм шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғата (административ штрафты ҡануниәттә ҡаралған ваҡытта түләмәү). Артабан административ протокол тикшереү өсөн мировой судҡа ебәрелә. Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшө санкцияһы менән 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу йәиһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эш, шулай уҡ түләнмәгән штраф суммаһынан икеләтә күләмдә, ләкин мең һумдан кәм булмаған суммала административ штраф һалыу ҡаралған.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 23 декабрҙә 51-се һанында уҡығыҙ.