Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
14 Ноябрь 2022, 09:25

Ялған шылтыратыу – ғүмер хаҡы

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, кешеләргә табип, янғын һүндереүсе, полиция хеҙмәткәрҙәре кеүек белгес-тәрҙең ярҙамы талап ителеүе ихтимал.

Ялған шылтыратыу – ғүмер хаҡы
Ялған шылтыратыу – ғүмер хаҡы

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы статистикаһы буйынса, өс минут һайын илдә бер янғын сыға, дүрт минут һайын бер ялған шылтыратыу була. Йыш ҡына кешеләр ут менән эш иткән ваҡытта сыҡҡан йәки усаҡ төтөнөн, һыу парын ысын янғын менән бутай. Янғын хеҙмәте бөтә осраҡтарға ла сыға һәм урынға барып еткәс кенә хәлдең дөрөҫлөккә тап килмәүен күрә. Һәр хәлдә, янғын һағына ваҡытында шылтыратып, хатта бәләкәй генә уттың да ялҡынға әйләнеүенә юл ҡуймау яҡшыраҡ.
Бындай саҡырыуҙар араһында шулай уҡ ялған шылтыратыуҙарға ҡараған категория бар. Иң мөһим номер шаярыу инструментына әүерелә.
Балалар, нимә менән шөғөлләнергә белмәйенсә, ашығыс телефондарға шылтырата һәм махсус хеҙмәттәрҙең артабан нисек эш итеүен күҙәтә. Өлкәндәр, кемгәлер насар ниәт уйлап йәиһә иҫерек килеш янғын һүндереүселәрҙе, ҡотҡарыусыларҙы, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра.
Шундай хәл районыбыҙҙың Степной ауылында ла теркәлде. Янғын һүндереүселәр килеп еткән, әммә бер ниндәй ҙә янғын осрағын тап итмәгән. Уларҙы саҡырған кешеләр иҫерек булған.
Шундай осраҡтар ҙа күҙәтелә: үҙемде насар тоям тип, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәрен саҡыралар һәм аҙаҡтан кәрәкле урынға алып барыуҙарын һорайҙар. Ә бит был битарафлыҡтар ошо ваҡытта ысынлап та ярҙамға мохтаж кешеләрҙең ғүмерҙәре өҙөлөүгә килтерә.
Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 19.13-сө статьяһына ярашлы, махсус хеҙмәттәрҙе алдап саҡырған өсөн 1000-1500 һум күләмендә штраф ҡаралған. Әгәр алдап шылтыратыусыға ун алты йәш тулһа, уның үҙенә штраф һалына. Әгәр ул ошо йәшкә етмәгән икән, эш балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға тапшырыла, ә бөтә административ яуаплылыҡ уның ата-әсәһенә йөкмәтелә.
Кешеләрҙең үлеү хәүефенә мөлкәтенә зыян йәки йәмғиәттә башҡа хәүефле эҙемтәләргә килтергән шартлатыу, ут төртөү һәм башҡа ғәмәлдәр әҙерләнеүе тураһында ялған шылтыратыуҙар өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Шаярыу өсөн махсус хеҙмәттәрҙе алдап саҡырған өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 207-се статьяһына ярашлы, 200 меңдән алып 500 мең һумға тиклем йәиһә хөкөм ителгәндең 1 йылдан 3 йылға тиклемге осорҙа эш хаҡы (башҡа килеме) күләмендә штраф, 3 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү йәиһә 2-3 йыл мәжбүри эш язаһы янай.
Был осраҡта ялған шылтыратыуҙа кемдең ниндәй язаға тарттырылыуы тураһында түгел, ә ашығыс ярҙамға мохтаж кешеләрҙең был ярҙамды ваҡытында ала алмауы хаҡында һөйләргә кәрәктер, моғайын.
Был осраҡта уларға ашығыс ярҙам хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең: “Шаярмағыҙ, бының бит һеҙгә лә ҡағылыуы ихтимал”, – тигән һүҙҙәрен еткерге килә. Алдап шылтыратыр алдынан, бындай хәлдә минең дә бит яҡындарым, туғандарым, дуҫтарым, балаларымдың зыян күреүе ихтимал, тип төплө уйларға кәрәк.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: заманса техника телефон аша шаярыусыларҙы тиҙ иҫәпләп сығарырға һәм язаға тарттырырға ярҙам итә.
Айһылыу ҒӘЛӘМШИНА.

Фото

Автор:Лариса Михалькова