Ике бер туған — апалы-ҡустылы ярҙан 15 метр алыҫлыҡта боҙ өҫтөндә уйнап йөрөгән. Малай боҙ аҫтына киткән, апаһы уны ҡотҡарырға тырышып ҡараған, ләкин булдыра алмаған. Шунан ул ата-әсәһенә хәбәр итеү өсөн өйөнә йүгереп ҡайтып киткән. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары һыуға батҡан малайҙың кәүҙәһен ике метр тәрәнлектә тапҡан.
«Хөрмәтле ата-әсәләр! Бәләкәй балаларҙы яңғыҙ, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Балаларҙы һыу ятҡылыҡтарында уйнауҙың ғүмер өсөн хәүефле булыуы тураһында иҫкәртегеҙ!» — тип белдерҙеләр ведомствола.