Республика прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың мартында Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейы һәм “Филком” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында Оло Аҡа мәктәбе бинаһын капиталь ремонтлау буйынса эштәрҙе башҡарыуға 46 миллион һумдан ашыу дөйөм суммаға килешеү төҙөлгән.
Килешеү шарттары буйынса уны үтәү ваҡыты 25 августан һуңға ҡалмаҫҡа тейеш, әммә подрядсы билдәләнгән ваҡытҡа ремонт эштәрен тамамлап өлгөрмәгән.
Әлеге осраҡ буйынса район прокуратураһы фирма етәксеһенә ҡарата “килешеү тәртибен боҙоу, контрактты үҙгәртеү” статьяһы буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатҡан. Уны ҡарау һөҙөмтәләре буйынса ғәйепле кешегә 30 мең һум күләмендә штраф һалынды.
Бынан тыш, ойошма директоры адресына закон бо-ҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмә бирелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2022-2023 йылдарҙа мәктәп мәғариф системаһын яңыртыуға федераль программа буйынса Башҡортостанда 40 муниципалитеттағы 103 мәктәпте төҙөкләндереү ҡаралған.
Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова хәбәр итеүенсә, быйыл федераль программала ҡатнашыусы 1661 мәктәптең 1316-һы ремонттан һуң асылған.
– Башҡарыу ваҡытын боҙған йәиһә ремонтты сифатһыҙ башҡарған подрядсылар башҡаса социаль объекттар алырға тейеш түгел, тип иҫәпләйем, – тип билдәләне ул. – Мәғариф һәм контроль буйынса комитеттарҙың берлектәге ултырышында ул студенттар төҙөлөш отрядтарының потенциалын әүҙемерәк файҙаланырға тәҡдим итте. Бөгөн подрядсылар эшсе ҡулдар етешмәүенә, ә студенттар эш таба алмауына зарлана. Башҡортостандағы студенттар отряды рәйесе Ирина Сухарева ҡыҙ һәм егеттәр менән ошо эшкә тотонорға әҙер.
Фекер алышыуҙа етешһеҙлектәр исемлеген, проект-смета документацияһын төҙөүҙән башлап биләмәне төҙөкләндереүгә тиклем тулы цикллы контракт буйынса подрядсыны йәлеп итеү кәрәклеге билдәләнде. Подрядсыларҙың күбеһе тап ремонт барышында проект-смета документацияһы буйынса ҡаралмаған эштәрҙең ҡалҡып сығыуына зарланды.
Программа дауам итә, киләһе йылға уны тормошҡа ашырыуға средстволар тулы күләмдә һалынған. Мәктәптәрҙе яңыртыу дауам итә. Яңы уҡыу йылын матур мәктәптәрҙә башлау өсөн, хата-лар өҫтөндә эшләп, эштәрҙе иртәрәк башлап, иртәрәк тамамларҙар тип уйлайым, – тине ул.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.