Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
7 Октябрь 2022, 16:40

“Трактор” операцияһы

Мәсетле районы биләмәһендә үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса “Трактор” айлығы уҙҙы.

“Трактор” операцияһы
“Трактор” операцияһы

Сара Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының инженер-инспекторҙары составындағы эш төркөмө көсө менән, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында Мәсетле районы буйлап күсмә рейд формаһында ойошторолдо. Айлыҡ нигеҙендә хужаларға һәм башҡа ҡыҙыҡһынған кешеләргә мотлаҡ талаптарҙы үтәү мәсьәләләре буйынса профилактик әңгәмәләр, консультациялар үткәрелде.
“Трактор” операцияһы барышында Мәсетле районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы 28 берәмек техниканы тикшерҙе, 28 профилактик әңгәмә үткәрҙе, 28 консультация бирҙе.
Күҙәтеү аҫтындағы техниканы эксплуатациялау барышында мотлаҡ талаптарҙы боҙоуҙың өс осрағы асыҡлан-ған. Был етешһеҙлектәр буйынса иҫкәртеүҙәр яһалды, шулай уҡ уларҙы бөтөрөү буйынса саралар тәҡдим ителде.
Рәис ӘХМӘҘИЕВ,
Мәсетле районы буйынса дәүләт техник күҙәтеүе
инспекцияһының баш дәүләт инспекторы.

Автор:Лариса Михалькова