Рейд барышында бер водителдең документтары булмауы асыҡланған. Һөҙөмтәлә уға штраф һалынған.
Ике водитель хәүефһеҙлек ҡайышын дөрөҫ эләктермәгән. Шуны ла билдәләргә кәрәк, автомобиль водителе ҡайышты дөрөҫ эләктермәгән икән, был факт хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған тип иҫәпләнә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: уҙған йылдың сентябрендә Мәсетле районында Кропачево – Мәсәғүт – Әчит автомобиль юлының 131-се километрында (Салйоғот ауылы янындағы юл киҫелеше) 28 йәшлек водитель һәләк булды, уның пассажирының баш мейеһенә зыян килеп, күкрәк һәм бил тирәһенән умыртҡа һөйәге һынды. Икеһе лә ҡайыштарын эләктермәгән булған.
Онотмағыҙ: тейешенсә тағылған ҡайыш ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡала. Быйыл йәй Стәрлетамаҡ – Салауат автомобиль юлының 24-се километрында Volkswagen Polo автомобиле, Ford Transit автобусы һәм Toyota Corolla машинаһы бәрелешкән. Аварияла йәрәхәтләнгән Polo водителенә, шулай уҡ автобустың өс пассажирына медицина ярҙамы күрһәтелгән. Ford Transit автобусы пассажирҙары барыһы ла хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктергән булған, шуға ла ауыр йәрәхәт алыусылар юҡ.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уҙғарған бындай рейдтарҙа водитель таныҡлыҡтары булмаған, транспорт сараһын иҫәпкә ҡуймаған водителдәр йыш осрай. Таныҡлығы булмаған водитель үҙенең генә түгел, пассажирҙарҙың, шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.
Быйыл июль айында Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәш егеттәрҙең ғүмерен өҙгән ваҡиға быға асыҡ миҫал булып тора. Улар иҫәпкә ҡуйылмаған мотоциклда, бынан тыш, тиҙлекте арттырып, водитель һәм пассажир шлемһыҙ китеп барған.
Һәр көн тәүлек эсендә Мәсетле Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында 15 протокол төҙөй. Водителдәр, нигеҙҙә, кәрәкле документһыҙ руль артына ултыра, водителдәр һәм пассажирҙар хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәй, фарҙарын яҡтыртмай йөрөй, боролошта яҡтылыҡ күрһәткесе менән сигнал бирмәй, автомобилдә балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен үтәмәй.
Хөрмәтле мәсетлеләр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Үҙ ғүмерегеҙ һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмере һеҙҙең юлда йөрөү тәртибенә бәйле булыуын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.
Ләйсән АБЗАНОВА.