Ошо рәүешле бер осраҡ яңыраҡ районыбыҙҙа йәшәгән кеше менән булған. Ир социаль селтәрҙә танышыу сайтында теркәлә, унда фотоһүрәт менән резюме ҡуя, шулай уҡ кире бәйләнеш өсөн электрон почтаның адресын күрһәтә. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡыҙҙан уның электрон почтаһына яланғас фотоһүрәттәрен ебәреүҙәрен һорап хәбәр килә. Ир кеше фотоларын ебәрә.
Шунан һуң уға был фотоһүрәттәрен дуҫтары һәм таныштарына ебәреү менән янап “Бәйләнештә” социаль селтәре аша хәбәрҙәр килә башлай. Уларҙы бер кем дә күрмәһен өсөн, ул билдәле сумманы банк картаһына күсерергә тейеш.
Ир юғалып ҡалмай, енәйәтселәр менән хатлашыуҙы һаҡлап алып ҡала һәм булған мәғлүмәттәр менән полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә. Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 163-сө статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хөрмәтле мәсетлеләр! Социаль селтәрҙә таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә һеҙгә ҡарата енәйәт ҡылынған осраҡта, мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт алырға һәм уны һаҡлап ҡалырға тырышығыҙ. Енәйәт эштәрен тикшергәндә иң бәләкәй мәғлүмәттең дә ҙур роль уйнауы ихтимал.
Фәдис САФИЕВ,
Рәсәй Эске эштәр
министрлығы Мәсетле районы буйынса бүлегенең тәүтикшереү төркөмө начальнигы,
полиция майоры.