Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районы хакимиәте вәкилдәре һәм Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты белгестәре Ҡыйғы районы Күлмәт ауылы эргәһендә Әй йылғаһының яр буйы зонаһын тикшерҙе.
Ял итеүселәр менән автомобилдәрҙе урынлаштырыу ҡағиҙәләре тураһында профилактик әңгәмә үткәргәндән һуң тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте талаптарын боҙоу урында уҡ бөтөрөлдө.
Мәсәғүт территориаль комитеты белгестәре төньяҡ-көнсығыш райондар халҡын иҫкәртә: һыу һаҡлау зоналары сиктәрендә транспорт сараларының (махсус транспорт сараларынан тыш) хәрәкәте һәм уларҙы ҡуйыу тыйыла (ҡаты япмалы махсус йыһазландырылған урындарҙа һәм юлдарҙа ғына мөмкин).
Транспорт туҡталышы өсөн рөхсәт ителгән арауыҡ һыу объектының ҙурлығына бәйле һәм түбәндәгесә билдәләнгән: 50 метр – 10 километрға тиклем оҙонлоҡтағы йылғалар һәм шишмәләр өсөн; 100 метр – 10-50 км оҙонлоҡтағы йылғалар һәм шишмәләр өсөн; 200 метр – 50 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы йылғалар һәм шишмәләр өсөн; 50 метр – күлдәр һәм һыу һаҡлағыстар өсөн.
Һыу объектының һаҡлағыс һыҙатын, һыу объектының һыу һаҡлау зонаһын хужалыҡ һәм башҡа эшмәкәрлек өсөн файҙаланған өсөн, Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тура-һында кодексының 8.42-се статья-һының 1-се өлөшөнә ярашлы, граждандарға – 3-4,5 мең һум, вазифалы кешеләргә – 8-12 мең һум, юридик берәмектәргә 200-400 мең һум штраф һалына.
Айгөл Куклина,
Мәсәғүт территориаль
комитетының өлкән белгесе.