Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡоралыңды тапшыр ҙа аҡса ал

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡоралдың законһыҙ әйләнешен иҫкәртеү буйынса эште әүҙемләштереү маҡсатында теркәлмәгән ҡоралды һәм боеприпастарҙы һаҡлауҙан үҙ ирке менән баш тартҡан кешеләрҙе матди хуплау сараларын тормошҡа ашыра. Припас һәм ҡоралдарҙың төрө, тибына ҡарап, уларҙы үҙ ирке менән тапшырған өсөн түбәндәге бүләк күләме билдәләнде.

Ҡоралыңды тапшыр ҙа аҡса ал
Ҡоралыңды тапшыр ҙа аҡса ал

Һуғыш ҡоралы өсөн бүләкләү күләме (берәмеге өсөн һумдарҙа):
- гранатомёт, миномёт, пулемёт – 25000 һум;
- автомат – 20000 һум;
- винтовка, карабин – 20000 һум;
- пистолет, револьвер – 15000 һум.

Хеҙмәт ҡоралы өсөн бүләкләү күләме (берәмеге өсөн һумдарҙа):
- пистолет, револьвер – 10000 һум.
Граждандар ҡоралы өсөн бүләкләү күләме!
- һунар атыу ҡоралы, һырлы көбәкле спорт ҡоралы – 20000 һум;
- пневматик һунар ҡоралы, шыма көбәкле атыу ҡоралы, шыма көбәкле спорт ҡоралы – 15000 һум;
- сәпкә тейҙереү мөмкинлеге сикләнгән атыу ҡоралы – 10000 һум;
- газлы револьверҙар, пистолеттар – 5000 һум;
- сигнал биреү ҡоралы, һалҡын ҡорал – 1000 һум.

Ҡулдан яһалған ҡорал, обрездар өсөн бүләкләү күләме:
- һырлы көбәкле, шул иҫәптән ҡыҫҡа көбәкле ҡорал, һырлы көбәкле ҡорал обрезы – 15000 һум.

Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәтенең 2012 йылдың 3 апрелендәге 90-сы һанлы “Үҙҙәрендә һаҡланған ҡоралдарҙы һәм боеприпастарҙы үҙ ирке менән тапшырған граждандарҙы бүләкләү тураһында” ҡарарына үҙгәрештәр индереү менән бәйле граждандар аҡсалата бүләк өсөн рәсми теркәлгән ҡорал һәм боеприпастар тапшыра ала. Бүләкләү күләме ҡорал төрөнә ҡарап айырыла.

Граждандар ҡоралы өсөн бүләкләү күләме:
- һунар атыу ҡоралы, һырлы көбәкле спорт ҡоралы – 7000 һум;
- пневматик һунар ҡоралы, шыма көбәкле атыу ҡоралы, шыма көбәкле спорт ҡоралы – 5000 һум;
- сәпкә тейҙереү мөмкинлеге сикләнгән атыу ҡоралы – 3000 һум;
- газлы револьверҙар, пистолеттар – 1000 һум;
- сигнал биреү ҡоралы, һалҡын ҡорал – 500 һум.

Һуғыш кәрәк-яраҡтары өсөн бүләкләү күләме:
- һырлы ҡорал патрондары –15 һум;
- шыма көбәкле ҡорал, үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн тотолған көбәкһеҙ ҡорал патрондары – 10 һум;
Шартлатҡыс матдәләр өсөн бүләкләү
күләме (грамм өсөн һумдарҙа):
- һунарсы дарыһы – 100 грамм өсөн 100 һум.

Ҡоралды һәм һуғыш кәрәк-яраҡтарын тапшырыу өсөн граждандарға Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлегенә йәиһә Рәсәй гвардияһының Башҡорт-остан Республикаһы буйынса идаралығының лицензия-рөхсәт биреү бүлегенә (Мәсетле районы буйынса ҡабул итеү офисы) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Адресы: Мәсетле районы, Тракт урамы, 7, 16-сы бүлмә, телефон 8 (34770) 2-04-80.
Р. Вәлиев,
Рәсәй гвардияһы БР буйынса
идаралығының лицензия-рөхсәт биреү бүлексәһе начальнигы.

Автор:Лариса Михалькова