Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эскән водитель дүрт йәш ҡыҙҙың башына етте...

Баҡалыла ҡурҡыныс фажиғә булды – иртә таңда юл-транспорт ваҡиғаһында йәш ҡыҙҙар Яна, Анна, Эльвина, Ксения һәләк булды.

Эскән водитель дүрт йәш ҡыҙҙың башына етте...
Эскән водитель дүрт йәш ҡыҙҙың башына етте...

Бөгөн иртәнсәк Баҡалы районында ҙур юғалтыуҙарға килтергән авария теркәлде. Баҡалы ауылын урап үткән юлда 23 йәшлек егет “Аudi A5” автомобилендә дүрт йәш ҡыҙҙы тапатҡан. Фараз буйынса, улар юл буйлап ҡаршыға килгән. Авария һөҙөмтәһендә йәйәүлеләр “Ашығыс ярҙам” килгәнсе үк йән биргән.

Водителде тикшереү һөҙөмтәһендә уның өргән тынында 0.333 миллиграмм алкоголь барлығы асыҡланған.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ етәкселеге, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр идаралығының юл-транспорт ваҡиғаһын тикшереү буйынса махсуслашҡан бүлек хеҙмәткәрҙәре һәм күсмә эксперт-криминалистика лабораторияһы эшләй.  

– Бөгөн иртәнге сәғәт 5-тә Баҡалы ауылының урау юлында “Audi” автомобилендә ике – 19, йәнә 18 һәм 16 йәшлек ҡыҙҙарҙы тапата. Ҡыҙҙар кафенан сыға һәм 60 метр арауыҡ үтеп өлгөрә. Водитель һүҙҙәренән күренеүенсә, транспорт сараһының тиҙлеге сәғәтенә 110 саҡрым булған. Ул эскән булған. Әле тикшереү эше бара, – тип белдерҙе Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

“Башинформ” мәғлүмәттәре буйынса, һәләк булған ҡыҙҙар Баҡалы ауылынан булған. Дүртеһе лә ауылдың 1-се дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаған. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, ике ҡыҙ – 2003 йылғы, тағы ла ике ҡыҙ 2004 һәм 2005 йылғы. Улар таңға ҡарай Яр урамындағы “Fox” кафеһынан сығып, өйҙәре яғына табан йүнәлгән булған. Урау юлдың ситенән барғандар. Һәм шул саҡта заправкалау станцияһы яғынан ҙур тиҙлектә килеп сыҡҡан автомобиль уларҙы бәрҙереп китә.

Егет нефть тармағында эшләгән, уны полиция бүлегенә алып киткәндәр. Мәғлүм булыуынса, ул ваҡиға барышын үҙе лә һөйләп биргән.

Был фажиғәле хәл буйынса Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡайғы уртаҡлашып: “Бөгөн Баҡалыла ҡурҡыныс фажиғә булды – иртә таңда юл-транспорт ваҡиғаһында йәш ҡыҙҙар Яна, Анна, Эльвина, Ксения һәләк булды. Бик әүҙем, һәләтле, яуаплы ҡыҙҙар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ғүмере бик иртә өҙөлдө... Уларҙың ата-әсәләренең, яҡындарының, дуҫтарының ҡайғыһын уртаҡлашам, сабырлыҡ һәм рухи көс теләйем”, – тип яҙған.

Район хакимиәте башлығы белдереүенсә, ваҡиға урынына ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре һәм туғандары барған. Уларҙың кисерештәрен һүҙ менән аңлатыу мөмкин түгел. Һәләк булған бер ҡыҙҙың әсәһе Яңы Уренгойҙа вахта менән эштә, олатаһы килгән. Икенсе ҡыҙҙың әсәһе көслө шаңҡыу хәлендә. Улар янында “Ашығыс ярҙам” дежурлыҡ итә.

Музыка мәктәбе директоры ҡыҙҙар бик һәләтле ине тип белдергән. Икәүһе Өфө сәнғәт училищеһында уҡып йөрөгән, бәрәүһе – колледжда, берәүһе тураһында мәғлүмәт асыҡлана. Район хакимиәте башлығы ҡыҙҙарҙы ерләүҙә ярҙам күрһәтәсәктәрен әйткән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәр ошондай фажиғәле хәлдәрҙән һабаҡ алмай. Һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың да “һуҡмыш” килеш автомобиль йөрөтөү осраҡтары йышайҙы. Бигерәк тә йәштәр уйламаған аҙым эшләй – эскән килеш рулгә ултыра. Мәҫәлән, 17 июлдә киске сәғәт 8-ҙәрҙә Ҡариҙел районында Асҡын – Байҡы – Бәрҙәш автомобиль юлының 42 саҡрымында 29 йәшлек егет “Chevrolet Cobalt” автомобилендә канауға ауа. Авария һөҙөмтәһендә водитель тән йәрәхәттәре ала. Уны тикшереү организмында 0.685 миллиграмм алкоголь барлығын асыҡлай.

Ғөмүмән, Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре кисә, 17 июлдә, 1400 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙы асыҡлаған, шул иҫәптән 39 эскән водитель тотолған. Тотолоп торалар, әммә аңламайҙар, бик ҡыҙғаныс хәл.

– Алкоголь – водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең иң мәкерле дошманы, сөнки ул килеп тыуған хәүефтә кешене яҡлауһыҙ итә. Спиртлы эсемлектәрҙе аҙ ғына ҡулланғанда ла психофизиологик функцияларҙың боҙолоуы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәпсеһе була, – тип иҫкәртәләр Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.  

“Башҡортостан” гәзите һәләк булған ҡыҙҙарҙың туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлаша.

Фото: @bash_gibdd

Источник: https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-07-18/esk-n-voditel-d-rt-y-sh-y-y-bashyna-ette-2877253 

Эскән водитель дүрт йәш ҡыҙҙың башына етте...
Эскән водитель дүрт йәш ҡыҙҙың башына етте...
Эскән водитель дүрт йәш ҡыҙҙың башына етте...
Автор:Лариса Михалькова