Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
26 Апрель 2022, 16:55

Ульяновск өлкәһендә бер ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған: ҡорбандар бар

Ульяновск өлкәһендә билдәһеҙ ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған. Был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанма менән РБК хәбәр итте.

Ульяновск өлкәһендә бер ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған: ҡорбандар бар
Ульяновск өлкәһендә бер ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған: ҡорбандар бар

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, көндөҙгө йоҡо ваҡытында «Иж-27» менән ҡоралланған ир балалар баҡсаһы хеҙмәткәренә һәм 5 йәшлек малайға, 6 йәшлек ҡыҙға атҡан, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалған, тип хәбәр итте «112» һәм «База» Telegram-каналдары. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында һаҡсы тормаған, хәүеф төймәһе генә булған.

«База» мәғлүмәттәре буйынса, үлтереүсе төп ишектән ингән, ошо ваҡытта иҙән йыуып йөрөгән ҡатынды этеп ебәргән. Һуңынан икенсе ҡатҡа күтәрелгән дә, мылтыҡтан ата башлаған.

Ульяновск өлкәһендәге атышта дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Ирҙең шәхесе асыҡлана.

Фото:Ксения Калинина

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/law/2022-04-26/ulyanovsk-lk-end-ber-ir-balalar-ba-sa-ynda-atysh-oyoshtor-an-orbandar-bar-2785067 

Автор:Лариса Михалькова