Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
18 Апрель 2022, 09:30

Юлдарҙа тыныс түгел...

Автобус аварияға осраған, ә Илеш районында ҡатын һәләк булған. 

Юлдарҙа тыныс түгел...
Юлдарҙа тыныс түгел...

Кисә 18:30 сәғәттә Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 82-се саҡрымында, Ауырғазы районында, пассажир автобусы аварияға осраған. Фараз буйынса, “ГАЗель Next” автобусының тәгәрмәсе шартлаған, унан һуң ул электр бағанаһына бәрелеп, баҫыуға ауа.

Автобус салонында 19 пассажир булған. Авария һөҙөмтәһендә 12 кеше зыян күргән, уларҙың өсәүһе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға мөрәжәғәт иткән, туғыҙы амбулатор дауаланыу өсөн ҡайтарылған.

Ә 10:00 сәғәттә Илеш районында М-7 “Волга” федераль трассаһының 1173-сө саҡрымында “Renault Sandero” менән “Volkswagen Polo” бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә “Volkswagen Polo” автомобилендәге 38 йәшлек пассажир ҡатын дауаханала йән бирә.

Фото: @mchsrb, @bash_gibdd

Автор:Рәмилә Мусина
 
 
Юлдарҙа тыныс түгел...
Юлдарҙа тыныс түгел...
Юлдарҙа тыныс түгел...
Юлдарҙа тыныс түгел...
Автор:Лариса Михалькова