Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
18 Апрель 2022, 09:20

Һаҡ булығыҙ – мутлашыусылар!

Йылдан-йыл дистанцион мутлашыуҙың яңы төрҙәре барлыҡҡа килә һәм уларҙың тоҙағына эләгеүселәр араһында мәсетлеләр ҙә әле һаман осрап тора.

Һаҡ булығыҙ – мутлашыусылар!
Һаҡ булығыҙ – мутлашыусылар!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡатындың кеҫә телефонына таныш булмаған кеше шылтырата. Банк хеҙмәткәре исеменән мөрәжәғәт итеп, ул кемдеңдер Һаҡлыҡ банкы картаһындағы 3600 һум аҡсаны алырға тырышыуы, был хәл булмаһын өсөн картаны страховкаларға кәрәклеге хаҡында хәбәр итә.
Мутлашыусы менән аралашыу барышында ҡатын карта номерын, картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын, картаның СVC кодын (картаның икенсе яғындағы өс һан) атай. Шунан һуң телефонына аҡса күсереүҙе раҫлау өсөн смс-код килә, ул ошо кодты мутлашыусыға әйтә. Күпмелер ваҡыттан һуң уның картаһындағы 16402 һум аҡса билдәһеҙ иҫәпкә күсә.
Ҡатын банк белгестәренә картаны страховкалау тураһында мәғлүмәтте аныҡлау өсөн мөрәжәғәт итә, әммә уға бындай тәҡдим менән бер ниндәй ҙә шылтыратыу яһамауҙары хаҡында әйтәләр. Шулай итеп, мутлашыусы ҡылығы менән Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡатынға матди зыян килә.
Тағы ла бер дистанцион мутлашыу осрағы: билдәһеҙ кеше мобиль оператор бәйләнеше аша Красноуфимск ҡалаһындағы күмәртәләп һатыу магазинына төҙөлөш материалдары һатып алыусы булып заказ бирә, ә ул материалдарҙы ҡалдырыу өсөн Оло Ыҡтамаҡтағы бер төҙөлөш материалдары һатыу менән шөғөлләнгән магазиндың адресын күрһәтә, шулай уҡ килтереү көнөн һәм түләү ысулын билдәләй. Килешеү шарттары буйынса тауар өсөн түләү тауарҙы бушатҡан көндә ҡулаҡса менән башҡарылырға тейеш була. Бынан һуң мутлашыусы был магазиндың өлкән менеджерына шылтырата һәм үҙенән отошло, түбәнерәк хаҡҡа материал һатып алыр-ға тәҡдим итә. Менеджер тәҡ- дим менән ҡыҙыҡһына һәм ризалаша.
Материалдарҙы килтереү көнөндә мутлашыусы, менеджерға шылтыратып, материалдар өсөн аҡсаны картаға күсерергә һорай. Менеджер шулай эшләй ҙә. Әммә ике магазин хеҙмәткәрҙәре хәбәрләшкәндән һуң, мутлашыу осрағы асыҡлана. Магазин хеҙмәткәрҙәре полицияға мөрәжәғәт итә.
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, дистанцион мутлашыу буйынса билдәһеҙ кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хөрмәтле мәсетлеләр! Уяу булығыҙ! Таныш булмаған кешеләр менән телефондан һөйләшмәгеҙ, шәхси мәғлүмәтте бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ. Һеҙгә йәиһә яҡындарығыҙға ҡарата мутлыҡ ҡылған осраҡта, шунда уҡ эске эштәр органдарына мөрәжәғәт итегеҙ, сөнки ваҡытында килгән сигнал полиция хеҙмәткәрҙәренә енәйәтте тиҙерәк асырға һәм яңы закон боҙоуҙарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итер.
Фәдис САФИЕВ,
Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең
тәүтикшереү бүлексәһе начальнигы полиция майоры.

Фото

Автор:Лариса Михалькова