Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
6 Апрель 2022, 11:30

Бурыстарығыҙҙы ваҡытында түләгеҙ

Бурыстарын түләмәүселәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм быға тиклем Мәсетле районы биләмәһендә һалынған штрафтар буйынса бурыстарҙы бөтөрөү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы күрһәтмәһе нигеҙендә 16 – 24 мартта “Бурыслы” дөйөм иҫкәртеү сараһы уҙҙы.

Бурыстарығыҙҙы ваҡытында түләгеҙ
Бурыстарығыҙҙы ваҡытында түләгеҙ

РФ-тың Административ хо-ҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 32.2-се статьяһына ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған граждан административ штрафты ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң алтмыш көндән дә һуңға ҡалмай тулы күләмдә түләргә тейеш. Административ штрафты закон менән билдәләнгән ваҡыт эсендә түләмәгән осраҡта, полиция хеҙмәткәре ошондай мәғлүмәттәр-ҙең дөрөҫлөгөн тикшергәндән һуң, суд приставтары хеҙмәтенә бурыслынан штраф күләмен мәжбүри түләтеү өсөн ҡарар ебәрә һәм бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғата. Артабан административ протокол мировой суд ҡарамағына ебәрелә. Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшө санкцияһы буйынса 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу, йәиһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эш, шулай уҡ түләнмәгән штраф суммаһынан икеләтә күләмдә, әммә мең һумдан кәм булмаған административ штраф һалыу ҡаралған.
2022 йылдың уҙған осоронда административ язаны үтәүҙән баш тартҡан өсөн 30 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды: мировой суд ҡарары буйынса 5 гражданға – ҡулға алыу формаһында, 23 хоҡуҡ боҙоусыға мотлаҡ эш формаһында административ яза сығарылды, ҡалғандарына түләнмәгән штраф суммаһынан икеләтә күләмдә административ штраф тәғәйенләнде. Алдан һалынған штрафты үҙ ирке менән түләргә теләмәгән граждандарға ҡарата суд приставтары-башҡарыусылар хеҙмәтенә 64 ҡарар ебәрелде.
Түләнмәгән административ штрафы булған граждандарға уны түләп, квитанцияны Рәсәй Эске эштәр министрлығы Мәсетле районы буйынса бүлегенең 23-сө кабинетына тапшырырға кәрәк. Адресы: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 7. Түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте 8 (34770) 2-00-02 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарға административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса булған бурыстарҙы ваҡытында ҡаплар-ға кәңәш итә.
Лилиә ӘСБАПОВА,
Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең
административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса
инспекторы полиция лейтенанты.

Автор:Лариса Михалькова