Бөтә яңылыҡтар

Дистанцион мутлашыу

Эске эштәр органдары киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа мутлыҡ осраҡтары тураһында даими хәбәр итеп тороуға ҡарамаҫтан, уларҙың һаны кәмемәй. Кешеләр әүәлгесә мутлашыусылар тоҙағына эләгә һәм ҙур суммалағы аҡсаларын юғалта. Шундай ике осраҡ тураһында беҙгә Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полиция майоры Айгиз Миңлеәхмәтов хәбәр итте.

Дистанцион мутлашыу
Дистанцион мутлашыу

Ошо көндәрҙә район полиция бүлегенә 37 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән, ул иғландарҙың популяр сайтында компьютер видеокартаһын һатып алған. Быға тиклем ул интернет-ресурстарҙың хеҙмәттәре менән бер нисә тапҡыр файҙаланған һәм был унда шик тыуҙырмаған. Ғариза биреүсе үҙенә кәрәкле тауарҙы һайлаған һәм мутлашыусының ышандырырлыҡ дәлилдәренән һуң аҡсаны күрһәтелгән иҫәпкә күсерергә ризалашҡан, килтереү хаҡын да түләгән. Ләкин уға тауар килеп етмәгән. Зыян күреүсе енәйәтсегә йәмғеһе 29120 һум аҡса күсергән.
Тағы ла бер осраҡ 1978 йылғы ҡатын менән була. Билдәһеҙ кеше үҙен “Һаҡлыҡ банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштыра һәм әлеге ваҡытта икенсе бер банк хеҙмәткәренең уның исеменә кредит алыуы тураһында хәбәр итә. Шылтыратыусы мутлашыусы хеҙмәткәрҙең эшен күҙәтеп барыу һәм уны туҡтатыу өсөн ҡатынға кредит алырға тәҡдим итә. Ханым банкка ярҙам күрһәтергә ризалаша. Шул уҡ “хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәренең” үтенесе буйынса ҡатын “Һаҡлыҡ банкы Онлайн” аша 150000 һум күләмендә кредитҡа ғариза тултыра, ыңғай ҡарар ҡабул ителгәс, аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереү өсөн махсус иҫәптән үҙенең картаһына күсерә. Ошо ваҡыт эсендә “хеҙмәткәр” бәйләнештә була һәм уға нимә эшләргә кәрәклеген әйтеп тора. Ҡатында бер ниндәй ҙә шик тыумай, сөнки хәбәр итеүсе уның шәхси мәғлүмәт һәм иҫәп номерҙарын белә.
Аҡса гражданканың картаһына күскәс, “банк хеҙмәткәре” трубканы һала. Әммә шунда уҡ икенсе номер-ҙан тағы бер таныш булмаған ир шылтырата, үҙен тәфтиш комитеты хеҙмәткәре тип таныштыра. Ҡатын уның һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә ышанһын өсөн шылтыратҡан телефон һандарын Яндекс аша тикшерергә тәҡдим итә. Яндекс номерҙың тәфтиш комитетына беркетелгәнен күрһәтә.
“Банк хеҙмәткәре” тағы шылтыратып, ҡатындың иҫәптән мөмкин тиклем тиҙерәк аҡсаһын алыуын һәм уларҙы хәбәр иткән номерға күсереүен һорай. Күп уйлап тормай, ҡатын банкоматҡа барып 145000 һумды ала.
Артабан билдәһеҙ кеше уға “МТС Банк” иҫәбенә беркетелгән “МТС” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төрлө абонент номерҙарын әйтеп яҙҙыра. “Хеҙмәткәр” ҡатынды артыҡ борсолмаҫҡа күндерә, сөнки, уның әйтеүенсә, әлеге банк Һаҡлыҡ банкы менән хеҙмәттәшлек итә. Һөҙөмтәлә 136585,40 һум аҡса 10 иҫәпкә күсә. Киң күңелле мутлашыусылар, 5000 һумды ҡалдырып, ҡатынға үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға рөхсәт итә.
Ике осраҡ буйынса ла, РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хөрмәтле мәсетлеләр, Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге һеҙҙе уяу булырға, таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәҫкә, үҙегеҙҙең карта хаҡында хәбәр итмәҫкә һәм кредит юллау, аҡса күсереү буйынса операцияларҙы үтәмәҫкә саҡыра. Бындай төр енәйәттәрҙе асыҡлау бик ҡатмарлы.
Социаль селтәрҙәрҙә лә, телефон аша ла таныш булмаған кешеләр менән аралашмағыҙ, һөйләшеүҙе дауам итмәгеҙ – трубканы һалығыҙ, шик тыуһа, банкка үҙегеҙ мөрәжәғәт итегеҙ. Мутлашыусылар ялған номер ҡуллана ала икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алһағыҙ, улар менән шәхси номер буйынса бәйләнешкә инегеҙ.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова