Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
9 Февраль 2022, 14:45

Мутлашыусыларҙың яңы хәйләһе

Район гәзите биттәрендә районыбыҙ граждандарының мутлашыусылар тоҙағына эләгеү осраҡтары тураһында күп миҫалдар килтерелде.

Мутлашыусыларҙың яңы хәйләһе
Мутлашыусыларҙың яңы хәйләһе

Еңел аҡса эшләү теләге менән йөрөгән кешеләр ниндәй генә ысул уйлап сығармай...
Көнкүреш киберенәйәтселеге – хәҙерге заман проблемаһы. Ул граждандарҙың аҡсаһына, күсемле һәм күсемһеҙ милкенә ҙур зыян килтерә. Иң ғәҙәтиһе – ул “хәүефһеҙлек хеҙмәте”нән шылтыратыу ысулы менән банк картаһынан аҡса урлау.
Мутлашыусыларҙың алдау өсөн ниндәй яңы ысулдар файҙаланыуы тураһында Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полиция майоры Айгиз Миңлеәхмәтов һөйләй.
“Һуңғы ваҡытта мутлашыуға бәйле енәйәттәрҙең артыуы күҙәтелә. Әгәр элек улар телефон аша шылтыратып үҙҙәрен банк, хоҡуҡ һаҡлау органдары йәиһә дәүләт структураһы хеҙмәткәре итеп таныштырһа һәм, ҡорбанының ышанысына инеп, һанлы шәхси мәғлүмәт алһа, карта менән кредит алыуҙы һорап, уның аҡсаһын билдәһеҙ йүнәлешкә күсерһә, яңыраҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында мутлашыу осраҡтары билдәле булды.
Хәҙер мутлашыусылар үҙҙәрен “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы хеҙмәткәре булып таныштыра һәм QR-код аша граждандарҙың шәхси кабинетына инә. Схемаға ярашлы, енәйәтселәр граждандарҙан порталдағы ҡулланыусы сәхифәһенә QR-кодты беркетеү йәиһә активация операцияһын башҡарыу өсөн СМС-хәбәр менән килгән кодты әйтеүҙәрен һорай. Енәйәтселәр, артабан граждандарҙың аккаунтын урлау өсөн, иҫәп яҙмаһына инеү паролен телефон аша тергеҙергә тәҡдим итә. Был код мутлашыусыларға шәхси кабинетҡа инеү һәм мәғлүмәттәр алыу өсөн кәрәк. Аҙаҡтан уны, мәҫәлән, кредит алыу йәиһә башҡа төрлө хоҡуҡҡа ҡаршы схемалар өсөн файҙалана ала.
“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы менән файҙаланыусыларға уларҙың теркәлгәндә күрһәткән почта адресына мутлашыу осраҡтары йышайыуы тураһында иҫкәртеүҙәр ебәрелгән. Шулай итеп граждандарға СМС-хәбәр аша килгән кодты бер кемгә лә хәбәр итмәҫкә ҡушыла.
Мутлашыусылар асыҡ йәки насар һаҡланған мәғлүмәттәр базаһында кешеләр тураһында мәғлүмәт эҙләй. Шуға күрә улар йыш ҡына үҙҙәренең шәхси мәғлүмәтен һаҡлау тураһында етерлек кимәлдә хәстәрлек күрмәгән граждандарға шылтырата. Күп осраҡта үҙегеҙҙең телефон һандары урынына уйҙырма һандар бирергә кәрәк, мәҫәлән, магазиндарҙа ташламалы карталар тултырғанда. Үҙең һәм тыуған көнөң хаҡында ысынбарлыҡҡа тап килмәгән мәғлүмәт биреү мутлашыусыларҙан шылтыратыуҙарҙы кәметергә ярҙам итәсәк һәм уларҙан һаҡлаясаҡ.
Мутлашыусыларҙан һаҡланыуҙың башҡа ысулдары ла бар: шәхси кабинеттан сыҡҡанда браузерҙа паролде ҡалдырмаҫҡа йәиһә киләһе инеү өсөн “иҫтә һаҡларға” төймәһенә баҫмаҫҡа. Шулай уҡ браузер журналын таҙартып торорға кәңәш ителә. Тағы ла – социаль селтәрҙәге ябыҡ төркөмдәрҙә лә шәхси мәғлүмәт ҡалдырмаҫҡа.
Әгәр ҙә енәйәтселәр шылтырата ҡалһа, әңгәмә ваҡытында бер төрлө яуаптан ҡасырға һәм “эйе”, “юҡ” һүҙҙәрен ҡулланмаҫҡа кәңәш ителә. Исемегеҙ менән өндәшеп: “Был һеҙме?” – тип һораһалар, “мин”, – тип әйтмәгеҙ, ә “бәлки”, – тип яуап ҡайтарығыҙ. Ят телефон һандарынан шылтыратыусы менән әңгәмәне башлап та тормай, уны тамамлау иң яҡшы ысул буласаҡ.
Шулай уҡ аккаунтты һаҡлау өсөн ике факторлы инеүҙе ҡулланырға мөмкин, был осраҡта теркәлгән сайтҡа инеү өсөн СМС-хәбәр менән килгән һандар кәрәк. Электрон почтаға һылтанма буйынса инергә тәҡдим иткән теләһә ниндәй хәбәргә иғтибарлы булыу үтә лә мөһим – “Дәүләт хеҙмәттәре”нән белдереү ҡағыҙҙары [email protected] адресы буйынса ғына килә.
Бынан тыш, компьютер хәүефһеҙлеге техникаһын үтәргә: билдәһеҙ сығанаҡтарҙан софт (ПО – Программа тәьминәте, йәғни программалар) ҡуйырға, сит кешегә аккаунтығыҙ менән ҡулланыуға юл ҡуймаҫҡа, “Дәүләт хеҙмәттәре”нә инеү өсөн бары тик gosuslugi.ru сайтын эҙләп табырға, ә оҡшаш сайттарға инмәҫкә.
Һәр сайт һәм сервисҡа инеү өсөн ҡатмарлы уникаль паролдәр файҙаланығыҙ, онлайн-банк, шәхси кабинет, социаль селтәр һәм башҡа сервистар бәйләнгән электрон почтағыҙҙың хәүефһеҙлеген күҙәтегеҙ. Сит ҡоролма, асыҡ Wi-Fi селтәре аша шәхси аккаунтҡа инмәгеҙ.
Иҫәп яҙмаһына инеү тарихын даими анализлау ҙа артыҡ булмаҫ. Сит кеше тарафынан һеҙҙең сәхифәгеҙгә инеү асыҡланһа, кисекмәҫтән паролде үҙгәртергә кәрәк.
Мутлашыуҙың тағы ла бер ысулы Яңы Мөслим ауылында теркәлгән.
Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенә Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе халыҡҡа ҡарата икенсе төбәктә теркәлгән фирма вәкилдәренең мутлашыу осраҡтары тураһында өс ғариза килгән. Уҙған йылдың октябрь айында билдәһеҙ кешеләр ауылда өйҙәр буйлап йөрөгән һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыу, ҡуйыу хеҙмәтен тәҡдим иткән. Уны үтәү өсөн алдан ҡулаҡса менән аванс бирергә йәиһә кредит алырға тәҡдим иткәндәр. Тәҙрә үлсәмдәрен алып, аҡсаһын алғандар ҙа юҡ булғандар. Ә хеҙмәт һаман күрһәтелмәгән. Был фирманың урынлашҡан урыны билдәләнмәгән.
Был эш буйынса шарттар асыҡлана.
Хөрмәтле мәсетлеләр, Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге үрҙәге мәғлүмәттәрҙе иғтибарға алырға, уяу булырға һәм мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә кәңәш итә.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова