Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
7 Декабрь 2021, 10:55

Барыһы ла талаптарҙы үтәп еткермәй

15 – 30 ноябрҙә Мәсетле районында үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса “Хәүефһеҙлек аҙналыҡтары” шартлы исеме аҫтында ун көнлөк үтте.

Барыһы ла талаптарҙы үтәп еткермәй
Барыһы ла талаптарҙы үтәп еткермәй

Ул республиканың Урман хужалығы һәм Эске эштәр министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында Мәсетле һәм Балаҡатай райондары буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекциялары инженер-инспекторҙарынан торған эш төркөмдәре көсө менән Мәсетле районы буйлап күсмә рейдтар булараҡ үтте.
Аҙналыҡ барышында 25 берәмек техника, шул иҫәптән халыҡтың 10 берәмек техникаһы, агросәнәғәт комплексының бер техникаһы, ойошмаларҙың 14 техникаһы тикшерелде. Асыҡланыуынса, өс берәмек техниканы файҙаланыу ҡағиҙәләре үтәлмәгән (РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 9.3-сө статьяһы).
Бөтә асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протоколдар төҙөлдө һәм дөйөм 1500 һум күләмендә административ штраф түләтеү тураһында ҡарарҙар сығарылды.
Рәис ӘХМӘҘИЕВ,
Дәүләт техник күҙәтеүенең Мәсетле районы буйынса инспекцияһы баш дәүләт инженер-инспекторы.

Автор:Лариса Михалькова