Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
12 Октябрь 2021, 14:05

“Тағылма” операцияһы йомғаҡтары

20 сентябрҙән 1 октябргә тиклем Мәсетле районында үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса “Тағылма” шартлы исеме аҫтында ун көнлөк уҙҙы.

“Тағылма” операцияһы йомғаҡтары
“Тағылма” операцияһы йомғаҡтары

Уның барышында дәүләт техник күҙәтеүе инженер-инспекторҙары, Башҡортостандың Урман хужалығы һәм эске эштәр министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре рейдтарға сыҡты. Улар үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм уларға тағылмаларҙың файҙаланыу барышында техник торошон тикшерҙе.
Барлығы 51 берәмек техника, шул иҫәптән граждандарҙың 28 техникаһы, агросәнәғәт комплекстарының туғыҙ техникаһы, башҡа ойошмаларҙың 14 техникаһы тикшерелде. Операция барышында кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙлек һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау талаптарын боҙоуҙың түбәндәге осраҡтары асыҡланды:
– бер техника алғы тәгәрмәс өҫтөндәге махсус ябыусы тимерһеҙ ҡулланылған (РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 9.3-сө статьяһы);
– бер техника менән тракторсы-машинист таныҡлығы булмаған хеҙмәткәр идара иткән (9.3-сө статья);
– ике техника тейешле тәртиптә теркәлмәгән килеш файҙаланылған (1-се бүлектең 19.22-се статьяһы);
– бер техника транспорт хужаһының гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисы булмаған килеш файҙаланылған (1-се бүлектең 12.37-се статьяһы һәм 2-се бүлеге).
Асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протоколдар төҙөлдө һәм дөйөм 4800 һум суммаға административ штраф һалыу язаһы менән ҡарарҙар сығарылды.
Рәйес ӘХМӘҘИЕВ,
Мәсетле районы буйынса дәүләт техник күҙәтеүе
инспекцияһының баш дәүләт инженер-инспекторы.

Автор:Наталья  Русинова