Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
15 Сентябрь 2021, 12:05

Башҡортостанда янып бөткән өйҙә үҫмерҙең кәүҙәһе табылған

15 сентябрҙә төндә Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылының Байрам урамындағы йортта янғын сыҡҡан. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа экстрен хеҙмәттәр ебәрелгән.

Башҡортостанда янып бөткән өйҙә үҫмерҙең кәүҙәһе табылған
Башҡортостанда янып бөткән өйҙә үҫмерҙең кәүҙәһе табылған

Тәүгеләрҙен булып янғын урынына райондың ирекле янғын һүндереү командаһы килеп еткән. Ут өйҙө тулыһынса ялмап алған булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан янғынды һүндереүгә туғыҙ кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителгән.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын тикшергән ваҡытта 2006 йылғы үҫмерҙең мәйете табылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе һәм тәфтиш-оператив төркөмө фажиғә сәбәптәрен асыҡларға тейеш. Урында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үткәрелә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
 
Автор:Лариса Михалькова