Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
8 Сентябрь 2021, 11:40

“Трактор” операцияһы йомғаҡтары

2 августан 31-енә тиклем Мәсетле районында үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса “Трактор” шартлы исеме аҫтында айлыҡ уҙҙы.

“Трактор” операцияһы  йомғаҡтары
“Трактор” операцияһы йомғаҡтары

Операция барышында дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы инженер-инспекторҙары, Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу, Урман хужалығы һәм Эске эштәр министрлыҡтарының урындағы бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре район буйлап рейдтарға сыҡты һәм урындарҙа үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм уларға тағылмаларҙың файҙаланыу барышында техник торошон баһаланы.
“Трактор” операцияһы барышында – 115, шул иҫәптән халыҡтың – 61, агросәнәғәт комплекстарының – 29, башҡа ойошмаларҙың 25 берәмек техникаһы тикшерелде һәм кешеләрҙең ғүмере, сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙлек һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға булған талаптарҙы боҙоу осраҡтары асыҡланды. Шулай итеп, дүрт техника төҙөк булмаған килеш файҙаланылған (РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 9.3-сө статьяһы). Ике берәмек техника техник тикшереү үтмәгән (9.3-сө статья). Бер үҙйөрөшлө машина билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән (19.22-се статьяның 1-се бүлеге). Дүрт граждан техника менән тракторсы-машинист таныҡлығы булмайынса идара иткән (9.3-сө статья). Ә инде туғыҙ осраҡта транспорт сараһы хужаһының гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисы юҡ ине (12.37-се статьяның 1-се һәм 2-се өлөштәре).
Асыҡланған барлыҡ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протоколдар төҙөлдө һәм дөйөм 13400 һум күләмендә административ штраф һалынды.
Динар БАҺАУЕТДИНОВ,
дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһының
Мәсетле районы буйынса баш дәүләт
инженер-инспекторы вазифаһын башҡарыусы.

Автор:Наталья  Русинова