Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
7 Сентябрь 2021, 11:55

Өфө эргәһендәге юл фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлдө

7 сентябрҙә иртән Өфө районында ауыр эҙемтәләргә килтергән авария теркәлгән.

Өфө эргәһендәге юл фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлдө
Өфө эргәһендәге юл фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлдө

Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының оператив мәғлүмәттәре буйынса, Өфө — Зубов — Шишмә юлында ВАЗ-2112 автомобиле «Лада Гранта» менән бәрелешкән.

«Өс кеше һәләк булған, икәүһе дауаханаға оҙатылған», — тип белдерҙеләр республиканың Дәүләт автоинспекцияһында.

Урында полиция экипаждары, ашығыс ярҙам табиптары, ҡотҡарыусылар һәм башҡа компетентлы хеҙмәттәр эшләй.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
 
Автор:Лариса Михалькова