Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ата-әсәләр табылмағанда...

Белешмә: 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Республикаһы судтары тарафынан алимент түләтеү тураһында башҡарыу производстволары буйынса бурыслыларҙың хәбәрһеҙ юғалыуын таныу тураһында 12 ғариза ҡәнәғәтләндерелде. Быйыл суд тарафынан 9 ғариза тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерелде, бурыслыларҙың хәбәрһеҙ юғалыуын таныу тураһында тағы ла биш материал буйынса суд ултырышы тәғәйенләнде.

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Баш-ҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының баш-ҡарыу эше буйынса эҙләүҙе ойоштороу бүлегенең вазифалы кешеләре балиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса көндәлек эш алып бара.
Бурыслының оҙаҡ юғалып алимент түләмәүе – баланың хоҡуғын туранан-тура боҙоу.
Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте Башҡорт-остан Республикаһы буйынса идаралығының башҡарыу эше буйынса эҙләүҙе, бурыслыларҙың милкен һатыуҙы ойоштороу бүлегендә оҙайлы ваҡыт ҡайҙа йөрөгәндәре билдәле булмаған граждандарҙан балиғ булмаған балаларын ҡарау өсөн аҡса түләтеү тураһында эҙләү эштәре бар. Эҙләү эштәре буйынса ведомствоның вазифалы кешеләре алимент түләмәй ҡасып йөрөгән кешене эҙләү буйынса закон тарафынан рөхсәт ителгән һәм мөмкин булған бөтә сараларҙы күрә.
Эҙләү саралары барышында табылмаған граждандарҙың яҙмышы суд тарафынан алимент алырға тейешле кеше ғаризаһы нигеҙендә юғалған тип раҫлана. Йыл дауамында алимент түләүсе тураһында хәбәр булмауы, Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының 42-се статьяһына ярашлы, бурыс түләттереүсегә, мәҫәлән, баланың әсәһенә, бурыслының хәбәрһеҙ юғалыуын таныу өсөн дәғүә менән судҡа мөрәжәғәт итергә нигеҙ бирә.
Әгәр ҙә бурыслының табылмауы билдәләнгән тәртиптә раҫланһа, эҙһеҙ юғалған бурыслы ата-әсәнең ғаиләһе ҡараусыһын юғалтҡан ғаиләгә тиңләштерелә. Шулай итеп, алиментһыҙ ҡалған граждандар ҡараусыһын юғалтҡандар иҫәбенә инеп, дәүләттән пособие ала. Был турала суд приставтары хеҙмәте материалдары нигеҙендә суд ҡарар сығара. Әгәр ҙә эш ыңғай хәл ителһә, бала ҡараусыһын юғалтыу буйынса 18 йәшкә тиклем пособие алыу хоҡуғына эйә була.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө һәм йәйге каникул алдынан Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Баш-ҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында “Балаға йәй бүләк ит!” мәғлүмәт кампанияһы старт алды. Был сара йәмәғәтселек иғтибарын алимент түләү мәсьәләһенә йәлеп итеү, балиғ булмаған балалар-ҙың мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
18 майҙан 4 июнгә тиклем ведомствоның вазифалы кешеләре тарафынан балиғ булмағандар мәнфәғәтенә ҡағылышлы, шул иҫәптән алимент түләмәй ҡасып йөрөгән ата-әсәләрҙе эҙләү эше буйынса барлыҡ башҡарыу эштәренә иғтибар бүленәсәк.
Рәсәй Федераль
суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы.