Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
22 Апрель 2021, 11:00

Ҡануниәтте һәм режимды боҙған өсөн яуаплылыҡ

Рәсәй территорияһына килеү менән мигранттар миграция ҡануниәтен, шул иҫәптән миграция иҫәбе алып барыу буйынса талаптарҙы үтәргә бурыслы. Миграция иҫәбен алып барғанда миграция контроле органына Рәсәй территорияһына сит ил кешеһенең килеүе тураһында хәбәр ителә.

Сит ил кешеһе килеү (йәшәү) урынына килеү менән ҡабул итеүсе яҡ сит ил кешеһенең килеүе тураһында раҫланған бланкыны миграция иҫәбе органына тапшыра, йәки дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү күп функциялы үҙәге аша, йәки уны билдәләнгән тәртиптә почта аша ебәрә.
Республика территорияһында сит ил кешеләрен миграция иҫәбенә теркәлгән урын буйынса торлаҡ бина бирмәйенсә генә фиктив иҫәпкә ҡуйыу осраҡтары бар. Быны башлыса аҡса алыу маҡсаты ҡуйған намыҫһыҙ кешеләр йәки ғәмәлдәге ҡануниәт талаптарын белмәгәндәр эшләй. Бындай эшмәкәрлек өсөн Рәсәй Федерацияһы енәйәт ҡануниәте менән яза ҡаралған. РФ Енәйәт кодексының 322.2-се (сит ил гражданын йәки гражданлығы булмаған кешене йәшәү урыны буйынса Рәсәй Федерацияһында торлаҡ бинала фиктив теркәү) һәм 322.3-сө (сит ил гражданын йәки гражданлығы булмаған кешене килеү урыны буйынса Рәсәй Федерацияһында торлаҡ бинала фиктив теркәү) буйынса ҡыл-ған енәйәттәр өсөн 100-ҙән 500 мең һумғаса күләмдә штраф, шулай уҡ өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.
Ҡануниәттә билдәләнеүенсә, бындай енәйәт ҡылған кеше был енәйәтте асыуҙа ярҙам итһә, уның ғәмәлдәрендә башҡа енәйәт билдәләре булмаған осраҡта, енәйәт яуаплылығынан азат ителә.
Граждандарҙың сит ил кешеләрен ялған иҫәпкә ҡуйыу менән бәйле законға ҡаршы ғәмәлдәре контролдә тотоусы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса бурыстарын үтәргә ҡаршылыҡ тыуҙыра, йәғни дәүләттең идара итеү тәртибен боҙа.
Шулай уҡ миграция мөнәсәбәттәре өлкәһендә талаптарҙы боҙған өсөн административ яуаплылыҡ та ҡаралған:
- РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 18.8-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса, сит ил гражданының йәки гражданлығы булмаған кешенең Рәсәй Федерацияһына инеү ҡағиҙәләрен йәки Рәсәй Федерацияһында булыу (йәшәү) режимын боҙған өсөн, Рәсәй Федерацияһынан административ сығарып ебәреү юлы менән йәки унһыҙ, ике мең һумдан алып биш мең һумға тиклем күләмдә административ штраф билдәләнгән;
- РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 19.27-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса миграция иҫәбен ғәмәлгә ашырғанда сит ил гражданының йәки гражданлығы булмаған кешенең ялған мәғлүмәттәр йәки ялған документтар биргәне өсөн, был ғәмәлдәр енәйәт яуаплылығы ҡаралған ғәмәл билдәләре булмаһа, Рәсәй Федерацияһынан административ сығарып ебәреү юлы менән йәки унһыҙ ике мең һумдан алып биш мең һумға тиклем күләмдә административ штраф билдәләнгән;
- РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 18.10-сы статьяһының һәм 18.17-се статьяһының 2-се өлөшө менән ҡаралған хеҙмәт миграцияһы өлкәһендә хоҡуҡ боҙған өсөн Рәсәй Федерацияһынан административ сығарып ебәреү юлы менән йәки унһыҙ ике мең һумдан алып биш мең һумға тиклем күләмдә административ штраф билдәләнгән.
Шуны ла билдәләү мөһим: сит ил гражданын саҡырыусы йәки ҡабул итеүселәр, уларҙы хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итеүсе юридик ойошмаларҙың вазифалы кешеләре сит ил гражданының йәки гражданлығы булмаған кешенең Рәсәй Федерацияһында булыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ тоталар (РФ КоАП-ының 18.9-сы, 18.15-се статьялары, 18.17-се статьяһының 1-се өлөшө). Был закон боҙоу осрағында ҡатыраҡ санкциялар ҡаралған.
Законһыҙ миграция ойоштороу енәйәт яуаплылығы буйынса яза ҡаралған ғәмәл булып тора. Ҡайһы ваҡыт енәйәтселәр төркөмө менән дәүләт органдарының вазифалы кешеләре ҡатнашлығында ойошторолған енәйәт бизнесы характеры йөрөтә.
Сит ил граждандарының йәки гражданлыҡтары булмаған кешеләрҙең Рәсәй Федерацияһына законһыҙ инеүен, уларҙың Рәсәй Федерацияһында законһыҙ булыуҙарын йәки Рәсәй Федерацияһы территорияһы аша транзит юлы менән законһыҙ үтеүен ойошторған өсөн, РФ Енәйәт кодексының 322.1-се статьяһы буйынса, иректән мәхрүм итеү енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһе.