Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
19 Апрель 2021, 13:00

Хөкөм ҡарары үҙ көсөнә инде

Балаҡатай район-ара судында Мәсетле прокуратураһы тарафынан РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса (ултыртылған урманды айырыуса ҙур күләмдә законһыҙ киҫеү) енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан 40 йәшлек кешегә ҡарата дәүләт ғәйепләүе хупланды.

Тикшереү барышында 2019 йылдың июнь-октябрь айҙарында ғәйепләнеүсенең Мәсетле районы урман участкаһында урманды законһыҙ киҫеүе һәм шуның менән Рәсәй Федерацияһының урман фондына 882 мең һумлыҡ матди зыян килтереүе асыҡланды. Ғәйепләнеүсе законһыҙ киҫелгән ағасты ауыл халҡына утынға һатҡан.
Ғәйепләнеүсе ҡылған енәйәтен танымай, шул уҡ ваҡытта уның енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашлығы тулыһынса иҫбатланған.
Дәүләт ғәйепләүсеһе судҡа ғәйепләнеүсенең законһыҙ урман киҫеүҙә ҡатнашлығын иҫбат итеү өсөн, уның енәйәт урынында тартып алынған балтаһын, бензобыс-ҡыһын, автомобилен, йығылған ағастарҙы, ярылған һәм һатыу өсөн әҙерләнгән утынды дәлил итеп килтергән.
Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай район-ара суды хөкөмө менән ғәйепләнеүсе был енәйәтте ҡылыуҙа ғәйепле тип табылды һәм уға 2 йыл да 6 айға иркенән шартлы мәхрүм итеү язаһы сығарылды.
Ошо уҡ суд ҡарары менән ғәйепләнеүсенән 882 мең һум күләмендә матди зыян суммаһы түләттерелде, енәйәт ҡоралдары дәүләт килеме иҫәбенә конфискацияланды.
Суд хөкөмө законлы көсөнә инде.
Азамат ШӘЙБӘКОВ,
район прокуроры.