Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
14 Апрель 2021, 09:20

Бер бурыс та иғтибарҙан ситтә ҡалмай

Граждандарҙың күпселеге һалымдарын ваҡытында түләп бара, әммә арабыҙҙа бурыстарын бирергә ашыҡмағандар ҙа осрай.

Һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең ябай иҫкәртеүҙәре уларға һәр ваҡыт йоғонто яһап бармай. Шуға күрә тәьҫир итеүҙең икенсе ысулдарын һайларға тура килә. Рейдтар барышында һалым инспекторҙары суд приставтары менән берлектә уларҙы өйҙәрендә йәки эштәрендә барып таба, аңлатыу эше алып бара, һуңғы сиктә милектәренә арест һала.
Ошо көндәрҙә беҙҙең районда ла рейд үтте. Был юлы һалым һәм страховка иғәнәләре буйынса бурыслы граждандарҙан түләтеү өсөн башҡарыу документтары буйынса рейдтар уҙҙы. Сара барышында бурыслыларҙың милкенә арест һалынды. Хәҙер улар 10 тәүлек эсендә һалым бурысы буйынса иҫәпләшергә тейеш, юғиһә, мөлкәттәре һатыуға ҡуйыласаҡ.
Ҡайһы бер бурыслы граждандарҙы өйҙәрендә тап итмәнек. Уларға повестка ҡалдырылды. Суд приставтары эш урынына әйләнеп килеүгә, уларҙың береһе, телефондан шылтыратып, ошо көндәрҙә бурысын түләйәсәген белдерҙе.
“Бындай саралар һөҙөмтәһен бирә. Эш милеккә арест һалыуға тиклем барып етһә, граждандар бурыстарын түләй башлай. Бындай рейдтарҙы һалым инспекторҙарына һәм суд приставтарына даими үткәреп торорға тура килә. Сит илгә сығыуҙы сикләү сәбәпле отпускығыҙҙың йәме китеү, милеккә арест һалыу һәм уны тартып алыу, башҡа төрлө санкциялар ҡулланыу кеүек күңелһеҙ хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн, һалымығыҙҙы ваҡытында түләгеҙ”, – ти Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Мәсетле районы бүлеге суд приставы, эске хеҙмәт кесе лейтенанты Рәмзил Ғәләев.
2021 йылдың 1 апреленә ҡарата Мәсетле районы буйынса милек һалымы бурысы 9035 мең һум тәшкил итә. 535 мең һум дөйөм суммаға 57 эш башҡарыуға алынған.
Һалым түләмәгән өсөн енәйәт яуап-лылығы ҡаралғанын онотмағыҙ, хатта бер нисә йылға иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Үҙегеҙҙең бурысығыҙ, шул иҫәптән һалым буйынса бурысығыҙ тураһында мәғлүмәтте Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡорт-остан Республикаһы буйынса идаралығының рәсми сайтында (www.r02/ fssprus.ru/iss/ip), Дәүләт хеҙмәттәре порталының “Һалым буйынса бурыс” бүлеге аша, “Налоги ФЛ” мобиль ҡушымтаһы, суд приставтарының Федераль хеҙмәте сайты (fssp.gov.ru) аша белергә мөмкин.