2017 йылдың 12 декабрендә Башҡортостан РеспубликаһыМәсетле районы суд районының суд участкаһы мировой судьяһының хөкөм ҡарары менән гражданин Ү.-ка РФ Енәйәт кодексының 139-сы статьяһының 1-се өлөшө менән ҡаралған енәйәте өсөн120 сәғәт мәжбүри эштәр рәүешендә яза тәғәйенләнгән. Мәжбүри эштәр рәүешендәге язаны үтәтеү өсөн әлеге хөкөм ҡарарының күсермәһе суд тарафынан Рәсәй язалар үтәтеү Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығының Дыуан енәйәт-хөкөм башҡарыу инспекцияһы филиалына ебәрелә, уның начальнигы тарафынан, үҙ сиратында, гражданин Ү.-ка мәжбүри эштәр рәүешендәге язаны үтеү өсөн ауыл биләмәһе хакимиәтенә барырға күрһәтмә бирелә.
Хөкөм ҡарарын үтәү барышында гражданин Ү. Ханты-Манси автономиялы округына эшкә китергә кәрәк булыу менән бәйле, язаны тулы күләмдә үтәмәйенсә сығып китеү мөмкинлеге тураһындағы мәсьәләне хәл итеү маҡсатында, ауыл хакимиәте башлығы гражданин Х.-ға мөрәжәғәт итә , шуның менән бәйле гражданин Х.-та хеҙмәт мәнфәғәттәренә ҡарамаҫтан үҙ вәкәләттәрен шәхси мәнфәғәттәрендә файҙаланыуға йүнәлтелгән енәйәти уй тыуа.
Шунан, ауыл биләмәһе башлығы, мөлкәт булмаған характерҙағы файҙа алырға һәм хоҡуҡһыҙ эш итеү юлы менән үҙ-ара хеҙмәт күрһәтергә ынтылыуҙа сағылған башҡа үҙ мәнфәғәттәренән сығып эш итеп гражданин Ү.-ка ауыл биләмәһе хакимиәте ихтыяжы өсөн утын килтерергә тәҡдим итә, быға гражданин Ү. эшкә китеүе арҡаһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауыл биләмәһе хакимиәтен утын менән тәьмин итә алмаясаҡмын, тип яуап бирә. Шунан, ауыл биләмәһе башлығы, үҙенең енәйәти уйын бойомға ашырыуҙы дауам итеп, гражданин Ү.-ка 5000 һум күләмендәге аҡса средстволары менән ауыл биләмәһе хакимиәте ихтыяжы өсөн тәғәйенләнгән утындың хаҡын түләргә тәҡдим итә, гражданин Ү. быға риза була.
Уйын бойомға ашырып, ауыл биләмәһе башлығы, хеҙмәт мәнфәғәттәренә ҡаршы килеп вазифа вәкәләттәрен файҙаланып, ысынында гражданин Ү. мәжбүри эштәрҙе тулы күләмдә үтәмәүен белә тороп, ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһенә 2018 йылдың 15 февраленән 2018 йылдың 27 февраленә тиклемге осорға мәжбүри эштәрҙең хөкөм ителгән гражданин Ү. тарафынан үтәлеүе тураһында эш ваҡыты иҫәбен алып барыу табеленә индерергә телдән бойороҡ бирә.
Ошонан һуң, эштәр менән идара итеүсе, туранан-тура ауыл биләмәһе башлығы биргән күрһәтмә буйынса эш итеп, туранан-тура уға буйһоноп, хөкөм ителгән гражданин Ү.-тың 2018 йылдың 15 февраленән 2018 йылдың 27 февраленә тиклемге осорҙа мәжбүри эштәрҙе үтәүе тураһында белә тороп ялған мәғлүмәттәр яҙылған эш ваҡыты иҫәбен алып барыу табеле – рәсми документ проекты әҙерләй һәм уны ауыл биләмәһе башлығына бирә, ә ул, документҡа индерелгән мәғлүмәттәрҙең тап килмәүе тураһында хәбәрҙар булараҡ, күрһәтелгән табелгә ҡултамғаһын һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең герблы мисәтен ҡуя.
Күрһәтелгән эш ваҡыты иҫәбен алып барыу табеле нигеҙендә гражданин Ү. әлеге яза төрөн үтеү бурысынан азат ителә, шул арҡала барлыҡҡа килгән юридик эҙемтәләр гражданин Ү. тарафынан суд ҡарарының үтәлмәүенә, урындағы үҙидара органы абруйын төшөрөү рәүешендә закон менән һаҡланыусы йәмғиәт һәм дәүләт мәнфәғәттәренең һиҙелерлек боҙолоуына килтерә.
Тикшереү барышы һәм һөҙөмтәләрен район прокуратураһы контролдә тота, был хаҡта өҫтәмә хәбәр ителәсәк.