Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
8 Декабрь 2020, 17:00

Ришүәт өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылды

9 декабрь – халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө

Мәсетле районы прокуратураһы хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә Мәсетле районында ришүәт алыу һәм ялған эш факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
Асыҡланыуынса, 2019 йылдың июль айынан 2020 йылдың майына тиклем Мәсетле районы ветеринария станцияһының вазифалы кешеһе законһыҙ байығыу маҡсаты менән, танышының үтенесе буйынса ит продукцияһына ветеринар-оҙатыу документтарын малсылыҡ продукцияһына ветеринар-оҙатыу документтарын тултырыу һәм биреү тәртибен боҙоп, даими ялған ветеринар-оҙатыу документтары төҙөгән һәм уларҙы “Меркурий” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына һалып торған.
Ошо ваҡыт эсендә, вазифаһынан файҙаланып, Мәсетле районы ветеринария станцияһының вазифалы кешеһе законһыҙ ғәмәлдәр ҡылған өсөн танышынан байтаҡ аҡсалата бүләк алған.
Был факттар буйынса Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Баш-ҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығы Дыуан район-ара тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе тарафынан 2020 йылдың ноябрендә 60 йәшлек иргә ҡарата енәйәт билдәләре буйынса, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 3-сө өлөшө менән ҡаралған енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләп (вазифаһынан фай- ҙаланып, законһыҙ ришүәт алыу), шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 292-се статьяһының 1-се өлөшө (ялған эш) буйынса 10 енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләп, енәйәт эштәре ҡуҙғатылды.
Бөтә енәйәт эштәре бер дөйөм енәйәт эшенә берләштерелде, тикшереү барышын һәм һөҙөмтәләрен район прокуратураһы контролдә тота.
Мәсетле районы прокуратураһы коррупцияға ҡаршы ҡануниәт үтәлешен даими тикшереп тора, шуға күрә граждандарҙың коррупция факттары буйынса аныҡ мәғлүмәттәре булған осраҡта, бындай мәғлүмәттәрҙе район прокуратураһына, шул иҫәптән 8 (34770) 2-04-60 телефон һандары буйынса хәбәр итергә кәрәк.
Эльдар ГӘРӘЕВ,
район прокуроры урынбаҫары.