Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
4 Декабрь 2020, 17:25

Төрлө номерҙарҙан кемдәр шылтырата?

Таныш булмаған номерҙан шылтыратыуҙар күптәр өсөн ҙур һы-науға әйләнеп бара.

Ҡайһы бер кешеләрҙең телефонында “ҡара исемлек” көн дауамында иҫәпһеҙ телефон һандары менән тула. Шылтыраталар ҙа, һөйләшмәй һүндереп ҡуялар. Күптәрҙе был һорау борсой. Шылтыратып өндәшмәй торғандары ла була. Ниндәй мәғәнә, эш нимәлә?Күп осраҡта таныш булмаған номер тәүге гудоктан һуң телефонды һүндерә, уны иғтибарһыҙ ҡалдырып, “ҡара исемлек”кә индермәһәң, был реклама характерлы күпләп таратылған корреспонденция (спам) күп тапҡырҙар ҡабатлана.Бындай шылтыратыуҙарҙың төп маҡсаты – һеҙҙе иҫ китмәле кредит шарттары менән мауыҡтырыу, ниндәйҙер конкурста еңеп яҡшы бүләк отоуығыҙ йәиһә мөғжизәле тауар хаҡында мәғлүмәт биреп, кире шылтыратырға мәжбүр итеү. Ә ни өсөн һуң улар кире шылтыратыу көтә?Шулай итеп таныш булмаған телефон һандары эйәһе законды урап уҙа. Федераль закондың “Реклама хаҡында”ғы 18-се статьяға ярашлы, рекламаны электр бәйләнеше селтәре буйлап, шул иҫәптән телефон, факс, күсмә радиотелефон бәйләнешен ҡулланып таратыу абоненттың йә адресаттың ризалығы менән генә рөхсәт ителә. Әгәр ҙә реклама таратыусы абонент адресаттан ризалыҡ алғанын иҫбатлай алмаһа, был уның ризалығынан тыш эшләнгән реклама тип иҫәпләнә. Реклама таратыусы эште кисекмәҫтән туҡтатыуҙы талап иткән абонент менән бәйләнеште туҡтатырға тейеш.Икенсе пунктта яҙылыуынса, унда кеше ҡатнашлығынан башҡа, абонент һандарын һайлау сараларын ҡулланып, автоматик рәүештә шылтыратып йәиһә СМС-хәбәр ебәреп реклама таратыу өсөн электр бәйләнешен ҡулланыу рөхсәт ителмәй.Шылтыратыуҙы программа-роботтар башҡарыуы аңлашыла ла инде, тик нисек иҫбат итергә? Күрәһең, шуға ла, икенсе пунктты урап уҙыу өсөн, ҙур ҡоролма ҡуйылған.Бындай ваҡиғаларҙың икенсе осрағы ла бар. Шылтыратыу һеҙҙең иҫәптән икәнен телефондағы балансты ҡарағандан һуң аңларһығыҙ. Шуға ла, ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы еңә алмай, ят кешеләрҙең шылтыратыуын ҡабул итһәгеҙ, бигерәк тә сит ил коды булған һандарҙы, иҫәптә күпме аҡса ҡалғанын тикшерергә кәрәк.Шылтыратыуҙы ҡабул итеп, яуап урынына тынлыҡ булһа, был “буш” һандар. Был инде бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Телефон һандарын йыйып ҡарап, номерҙы һатыусылар бар. Улар шулай итеп һеҙҙең телефондың бәйләнештәме, юҡмы икәнен тикшерә. Алдағы осраҡтағы кеүек, бында ла робот шылтырата, уның программаһы өсөн һеҙҙең шылтыратыуҙы ҡабул итеүегеҙ мөһим. Шунан һуң телефон һандары дөйөм базала теркәлә.Әлбиттә, һеҙҙең адрестар китабына инмәгән ят һандарҙы “ҡара исемлек”кә индереп, был мәсьәләне хәл итергә була. Бындай ҡарар ҡабул иткәндә, спамдар базаһын йыйырға тура киләсәк.Асыҡ сығанаҡтарҙан.