Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
20 Октябрь 2020, 13:15

Атай кешегә бурысын үтәү йөкмәтелде

Суд ҡарарын үтәүҙән ситләшеп, суд приставтарынан ҡасып йөрөгән бурыслыны Силәбе өлкәһендә тап-ҡандар.

Башҡортостан Республикаһы кешеһе суд ҡарары буйынса балиғ булмаған улын ҡарауға аҡса түләргә бурыслы булған. Рәсми эшләмәгән ир балаһына үҙ аллы матди ярҙам күрһәтмәгән. Суд приставтары менән дә бәйләнешкә сыҡмаған. Суд ҡарарын үтәүҙән ситләшеп йөрөгән бурыслы кеше 2019 йылда эҙләүгә иғлан ителде.
Мәсетле районы суд приставының эҙләү саралары барышында уның Силәбе өлкәһендә йәшәүе ихтимал булыуы асыҡланды. Эҙләү барышында был мәғлүмәт раҫланды, граждан унда йәшәгән һәм рәсми теркәлмәй эшләгән.
Вазифалы кеше бурыслының тәғәйен урынға килеүен тәьмин итә. Унан 158 мең һум алиментын ни өсөн түләмәй йөрөүен аңлатыуын һорайҙар, енәйәт яуаплылығы тураһында иҫкәртеү яһайҙар. Суд приставы-башҡарыусы был иргә ҡарата РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.35.1-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса протокол төҙөнө. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә ул административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Хәҙер иргә алимент түләү өсөн эшен рәсмиләштерергә һәм 50 сәғәт мотлаҡ эштәр-ҙе башҡарырға кәрәк.
Мәсетле районы суд приставтары хеҙмәте.