Уның барышында дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы инженер-инспекторҙары, урман хужалығы һәм эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙйөрөшлө машиналарҙың файҙаланыу барышында торошон техник тикшереү йомғаҡтары анализы нигеҙендә ҡараны.
Операция барышында инспекция хеҙмәткәрҙәре 50 берәмек техниканы, шул иҫәптән халыҡтың 23 техникаһын, агросәнәғәт комплексына ҡараған 14 техниканы, ойошмаларҙың 13 техникаһын тикшерҙе. Һөҙөмтәлә кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге, тирә-яҡ өсөн хәүеф тыуҙырып, талаптарҙы боҙоуҙың түбәндәге осраҡтары асыҡланды:
- ике техника яҡтыртыу сигнализацияһы төҙөк булмаған килеш файҙаланылған (РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 9.3-сө статьяһы);
- өс техниканың алғы тәгәрмәс өҫтөндәге япҡысы юҡ (9.3-сө статья);
- бер техниканың тағылмаһы тартыу-эләктергес ҡоролмаһының страховкалаусы сылбыры булмаған килеш ҡулланылған (9.3-сө статья);
- бер осраҡта транспорт сараһы хужаһының гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисы юҡ (12.37-се статьяның 1-се өлөшө һәм 2-се өлөшө).
Асыҡланған барлыҡ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протоколдар төҙөлдө һәм барлығы 2300 һум күләмендә штраф һалынды.
Рәис ӘХМӘҘИЕВ,
Мәсетле районы буйынса дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһының
баш дәүләт инспекторы.