Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
7 Октябрь 2020, 12:30

Бер айҙан 19 йәш тулырға тейеш булған...

Кисә Өфө янында булған ҡот осҡос фажиғә 18 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен өҙҙө. Таңғы биштә “Ял” кафеһы” туҡталышы янында ВАЗ-2112 автомобиле водителе ҙур тиҙлектә машинаға идараны юғалта һәм юл ситендәге тимер кәртәгә барып бәрелә. Бәрелеш пассажирҙар ултырған яҡҡа тура килә. Шуға күрә ике ишек тә өҙөлөп сыға.

Һөҙөмтә бик насар. Артта ултырған 18 йәшлек ҡыҙ хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған була, ул машинан ҡолап төшә һәм тимер юл сикләгесенә барып һуғыла. Уның йәрәхәттәре үтә ауыр була, ҡыҙ табиптар килеп еткәнсе һәләк була.
Алда ултырған 17 йәшлек тағы бер пассажир ҡыҙ ҙа бик күп йәрәхәттәр ала. Тик уның ҡайышын эләктереүе ғүмерен ҡотҡара. Ә бына аварияны ойошторған 23 йәшлек водитель иҫән, уға бер нимә лә булмаған тиерлек. Егет шыр иҫерек була һәм нимә эшләгәнен аңлап та етмәй. Тағы шуныһы асыҡлана: уның водитель таныҡлығы булмаған, уны эскән килеш тотолоп алдырған. Таныҡлығын 2016 йылда уҡ алғандар, ваҡыты үтһә лә, ул документтарын тергеҙмәгән һәм шул килеш йөрөүен дауам иткән.
Яуапһыҙ иҫереккә бер нимә лә булманы, ә бына 18 генә йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Йәштәрҙең таныштары белдереүенсә, улар был төндө Чесноковка ауылында ял иткән һәм иртән ҡайтырға сыҡҡан. Водителдең шыр иҫерек булып, саҡ аяғында тороуо егеттең үҙен дә, ҡыҙҙарҙы ла уйландырмаған шул.
– Нимә булғанын үҙебеҙ аңлап та бөтмәнек. Иртән полициянан шылтыратып Лера һәләк булған тинеләр. Беҙ шок хәлендә, ышана алмайбыҙ, – тигән “КП-Уфа” баҫмаһына ҡыҙҙың инәһе.
Лераны әсәһе генә тәрбиәләгән, атаһы балаһының тормошонда ҡатнашмаған тиерлек. Ҡыҙ әсәһен бик яратҡан, уҡыуҙы тамамлау менән эшләй башлаған, әсәһенә ярҙам иткән. Дуҫтары уның тураһында тик яҡшы һүҙҙәр әйтә һәм ни өсөн уның иҫерек кешегә ултырғанын аңлай алмай. Бер айҙан Лераға 19 йәш тулырға тейеш булған.
– Йәп-йәш сибәр, изге күңелле ҡыҙ ине. Йәшәргә лә йәшәргә бит һиңә. Эсмәгеҙ руль артында, бөтәһенә лә һабаҡ был, – тигән Валентина исемле танышы.
Лераның туғандары был хәлде бер нисек тә көтмәгән һәм шок хәлендә. Улар ҡыҙҙарын ерләргә әҙерләнә...
Ошоноң кеүек хәлдәр башҡаларға һабаҡ булһын ине лә бит. Эскән кеше рулгә ултырырға тейеш түгел. Үҙегеҙ ҙә күрәләтә иҫерек кешегә ултырмағыҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева