Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
2 Октябрь 2020, 14:10

“Бурыслы” дөйөм иҫкәртеү сараһы

Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 32.2-се статьяһына ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кеше административ штраф һалыныу тураһында ҡарар законлы көсөнә ингән көндән алып алтмыш көн эсендә административ штрафты түләргә бурыслы.

Уны билдәләнгән ваҡыт эсендә түләмәгәндә, полиция хеҙмәткәре, был мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшергәндән һуң, бурыслынан штрафты түләтеү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә административ штраф һалыныуы тураһында ҡарар ебәрә һәм РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоу (административ штрафты закон менән ҡаралған ваҡыт эсендә түләмәү) тураһында эш ҡуҙғата. Артабан административ протокол мировой судҡа ебәрелә. РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20-се статьяһының 1-се өлөшө санкцияһы менән бурыслыны 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу, йәки 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эш башҡарыуҙы ҡушыу, шулай уҡ түләнмәгән штраф суммаһын ике тапҡыр арттырып, әммә бер меңдән дә кәм түгел, административ штраф һалыу ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министрлығы күрһәтмәһе нигеҙендә Мәсетле районы территорияһында 2020 йылдың 21 – 27 сентябрендә бурыстарын түләмәй йөрөүселәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм булған бурыстарҙы түләтеү маҡсатында “Бурыслы” профилактика сараһы уҙҙы. 2020 йылдың уҙған осоронда административ язаны үтәүҙән ситләшкән өсөн 50 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, уларҙың 9-ҙы мировой суд ҡарары менән ҡулға алыу административ язаһы алды, 28 кеше мотлаҡ эштәр башҡарыуға ебәрелде, ҡалғандарына түләнмәгән штраф суммаһын ике тапҡыр арттырып түләргә тура киләсәк. Элек һалынған штрафтарын үҙ иректәре менән түләргә теләмәгән граждандарға ҡарата суд приставтары-башҡарыусылар хеҙмәтенә 68 ҡарар ебәрелгән.
Үрҙә әйтелгәндәргә бәйле, админис-тратив штрафтары түләнмәгән граждандарға уны ваҡытында түләргә һәм квитанцияларын Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 7 адресы буйынса Мәсетле районы эске эштәр бүлегенең 23-сө кабинетына килтерергә кәрәк. Түләнелмәгән штраф тураһында мәғлүмәтте 8 (34770) 2-00-02 телефоны буйынса белә алаһығыҙ.
Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарға административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса бурыстарын түләргә кәңәш итә.
Лилиә ӘСБАПОВА,
Рәсәй Эске эштәр министрлығы
Мәсетле районы буйынса бүлегенең
административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса инспекторы, полицияның
кесе лейтенанты.