Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
15 Сентябрь 2020, 12:40

Урманды законһыҙ ҡырҡыу

Мәсетле районы прокуратураһы тарафынан судҡа Оло Ыҡтамаҡ ауылынан 40 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ебәрелгән. Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 1-се бүлегендә ҡаралған енәйәтте ҡылыуҙа ғәйепләнә (ҙур күләмдә законһыҙ урман йығыу).

2019 йылдың июненән октябренә тиклем ғәйепләнеүсенең Мәсетле урман хужалығы территорияһында бер нисә тапҡыр ағастарҙы ҡырҡыуы, шуның менән Рәсәй Федерацияһы урман фондына бөтәһе 882 мең һум күләмендә матди зыян килтереүе билдәләнгән.
Законһыҙ рәүештә ҡырҡҡан ағасты ғәйепләнеүсе халыҡҡа утын итеп һатҡан.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған, шул уҡ ваҡытта уның енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашлығы тулыһынса раҫланған.
Район прокуратураһы ғәйепләнеүсегә ғәйепләү һөҙөмтәһен тапшырған. Енәйәт эше тикшереү өсөн Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай район-ара судына ебәрелгән.
Ғәйепләнеүсегә ете йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү һәм өс йөҙҙән биш йөҙ мең һумға тиклем штраф янай.
Эльдар ГӘРӘЕВ,
район прокуроры урынбаҫары.