Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
15 Сентябрь 2020, 17:05

Ҡоралыңды тапшыр ҙа, аҡса ал!!!

БР Хөкүмәтенең 2016 йылдың 10 июнендәге 170-се ҡарары менән БР Хөкүмәтенең 2012 йылдың 3 апрелендәге “Законһыҙ һаҡланған ҡорал һәм һуғыш кәрәк-яраҡтарын үҙ ирке менән тапшырған өсөн граждандарҙы бүләкләү тураһында” 90-сы ҡарарына үҙгәрештәр индерелгән.

Әлеге ҡарарға ярашлы түләүҙәр суммаһы шаҡтай артты, мәҫәлән:
- гранатомет, миномет, пулемет – 25000 һум;
- автомат, винтовка, карабин, һырлы көбәкле һунар, спорт атыу ҡоралы – 20000 һум;
- хәрби пистолет йәки револьвер, ҡулдан яһалған һырлы, шулай уҡ шыма көбәкле һунар һәм спорт атыу ҡоралы – 15000 һум;
- ҡулдан яһалған һырлы, шул иҫәптән ҡыҫҡа көбәкле ҡорал, һырлы ҡорал обрезы – 15000;
- ҡулдан яһалған шыма көбәкле һәм органик сәпкә тейҙереүсе атыу ҡоралы – 10000 һум;
- газлы револьверҙар, пистолеттар – 5000 һум;
- сәнәғәттә етештерелгән шартлатҡыс ҡоролмалары һәм пластит – 6000 һум;
- ҡулдан яһалған шартлатҡыс ҡоролмалары, шул иҫәптән тротил һәм аммонит – 5000 һум;
- һалҡын һәм сигнал биреүсе ҡоралдар – 1000 һум;
- һуғыш припастары – бер данаһы өсөн 20-35 һум.
Хөрмәтле граждандар, һәр бер законһыҙ һаҡланған ҡоралдың Һеҙгә, яҡындарығыҙға һәм йәм-ғиәткә, уларҙың именлегенә хәүеф тыуҙырыуы тураһында иҫкәрткем килә. Был хаҡта уйланырға һәм бәлә килгәнен көтмәҫкә кәрәк.
Законһыҙ һаҡланған ҡоралдары, һуғыш кәрәк-яраҡтары, шартлатҡыс матдәләре һәм шартлатҡыс ҡоролмалары булған граждандар уларҙы Рәсәй гвардияһы БР буйынса идаралығының лицензия-рөхсәт биреү бүлексәһенә йәки Рәсәйҙең райондарҙағы эске эштәр бүлектәренә тапшыра һәм уларҙы үҙ иректәре менән тапшырған өсөн аҡса ала ала.
Ҡоралды законһыҙ һатып алған, тапшырған, һатҡан, һаҡлаған йәки үҙе менән йөрөткән өсөн РФ Енәйәт кодексының 222-се статьяһына ярашлы, шулай уҡ ҡорал яһаған һәм уның конструкцияһына үҙгәрештәр индергән өсөн РФ Енәйәт кодексының 223-се статьяһына ярашлы енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Ҡоралын һәм үрҙә күрһәтелгән предметтарҙы үҙ ирке менән тапшырған кеше, әгәр уның ғәмәлдәрендә башҡа енәйәт составы булмаһа, енәйәт яуаплылығынан азат ителә.
Бөтә факттар буйынса мәғлүмәттәрҙе 02, 8 (34770) 2-04-80, 2-00-02 телефондарына хәбәр итергә мөмкин.
Радис ВӘЛИЕВ,
Рәсәй гвардияһы БР буйынса идаралығының
лицензия-рөхсәт биреү
бүлексәһе инспекторы, полиция майоры.