Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
4 Сентябрь 2020, 17:00

“Урман” операцияһы

Законһыҙ урман ҡырҡыуҙы һәм ағас әйләнешен туҡтатыу, ағас иҫәбен алып барыу һәм уның буйынса килешеүҙәр төҙөү тураһындағы ҡануниәт талаптарын боҙоуҙарҙы һәм ғәйепле кешеләрҙе асыҡлау маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы тарафынан 7 сентябрҙән 17 сентябргә тиклем “Урман” оператив-иҫкәртеү операцияһын уҙғарыу планлаштырылған.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы тәҡдиме буйынса, операция министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм Мәсетле районы дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының инженер-инспекторҙары менән берлектә үтә. Был сараның маҡсаты –ҡануниәттәге боҙоуҙарҙы булдырмау һәм асыҡлау, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, кешеләрҙе хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү, тракторҙарҙы һәм урман әҙерләүҙә ҡулланылған башҡа үҙйөрөшлө машиналарҙы, уларға тағылмаларҙы файҙаланыу ваҡытында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау.
Аңлатыу эштәре барышында теркәү ҡағиҙәләренә, йыл һайын техник тикшереүҙе ваҡытында үтеүгә, шулай уҡ техника менән идара итеүсенең тракторсы-машинист таныҡлығы булыуына ҙур иғтибар бүленәсәк.
Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм уларҙың тағылмаларын хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта, Рәсәй Федерацияһың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы саралар ҡабул ителә.
Р. Р. Әхмәҙиев,
Мәсетле районы буйынса административ-техник күҙәтеү инспекцияһының баш дәүләт инженер-инспекторы.