Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
28 Август 2020, 12:00

Криминаль хроника

(1-25 август)

Ошо ваҡыт эсендә Мәсетле эске эштәр бүлегенә енәйәттәр ҡылыу һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 200-ҙән ашыу хәбәр килгән. Уларҙың күбеһе күршеләр, өйҙәштәр, ата-әсәләр һәм балаларҙың иҫерек килеш ғауға ҡуптарыуына, һуғышыуына, мөнәсәбәттәр асыҡлауына ҡағыла.
Шулай уҡ транспорт сараһы менән иҫерек килеш идара иткән өсөн – алты, йәмәғәт урындарында иҫерек килеш йөрөгән өсөн 22 административ протокол төҙөлгән.
Хәүефле водителдәр
Оло Ыҡтамаҡ ауылында Ленин урамы менән Революция урамы киҫешкән урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре район үҙәгендә йәшәүсе бер кешене туҡтата. Ул иҫерек булып сыға һәм быға тиклем транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән була.
Абдулла ауылында йәшәүсе Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ленин урамында парковкаға ҡуйылған иномарка өҫтөнә иҫерек велосипедсы барып менеүе тураһында хәбәр итә.
Бер нәмәне ҡалдырмай урлайҙар…
Әбдрәхим ауылында йәшәүсе иртәнге сәғәт етелә өй янында торған автомобилдән запас тәгәрмәстәрҙең, шулай уҡ асҡыстар йыйылмаһының юғалғанын белеп ҡала.
Район үҙәгендә йәшәүсенең ике бройлеры һәм ике тауығы, Октябрьск ауылынан бер кешенең һарайынан ике ҡапсыҡ бойҙай юғала.
Магазин хеҙмәткәре дежур бүлегенә шылтыратып, бер ирҙең 2000 һумлыҡ шуруповертты урлауына шик бар, тип хәбәр итә. Артабан полиция хеҙмәткәрҙәре шиклене (йәшәү урыны билдәһеҙ булған ир) Мәсетле эске эштәр бүлегенә алып килә. Ул үҙ ғәйебен таный.
Автомобиль ағып киткән
Киске сәғәт етелә Яңы Мишәр ауылында йәшәүсенән шылтыратыу ҡабул ителә. Ул 17 сәғәт тирәһендә автомобилен өй алдына ҡуйыуы, асҡыстың ҡабыҙғыста ҡалыуы тураһында хәбәр итә. Ярты сәғәттән һуң ул тышҡа сыға, тик автомобиль урынында булмай, ә тәгәрмәс эҙҙәре йылғаға алып бара.
Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһынан водолаздар саҡырта. Улар йылға төбөн тикшерә, ләкин автомобилде тапмай. Күрәһең, ул ағып киткән.
Бөтә факттар буйынса тикшереүҙәр алып барыла.
Һүрәттә: Бер секундҡа ғына албырғаған... (Оло Ыҡтамаҡ ауылы).