Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
6 Август 2020, 17:15

Административ штраф түләтелде

Мәсетле районы суд приставтары Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусынан админис-тратив штрафты түләтте.

Иҫерткес эсемлек ҡулланып автомобиль менән идара иткән Оло Ыҡтамаҡ ауылы гражданы, РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.8-се статьяһына ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Суд 31 йәшлек водителгә 30 мең һум күләмендә штраф түләү язаһын сығарған һәм йыл ярым автотранспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм иткән.
Хоҡуҡ боҙоусы штрафты ваҡытында түләмәгәс, Мәсетле районы суд приставтары уны мәжбүри түләтеү сараһын күрә. Суд ҡарарын ваҡытында, тулыһынса һәм дөрөҫ башҡарыу өсөн суд приставтары бурыслының милкендә Audi A3 транспорт сараһы булыуын асыҡланы һәм уға ҡарата теркәү ғәмәлдәрен тыйыу тураһында ҡарар сығарҙы, тимәк, автомобиль хужаһы уны һата алмаясаҡ. Артабан милеккә арест һалынды.
Күрелгән саралар ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Административ штраф һәм башҡарыу йыйымы бер нисә көн эсендә түләнде. Башҡарыу производствоһы тулыһынса үтәлде.
Белешмә: Мәсетле районы суд приставтары РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.26-сы, 12.8-се статьялары буйынса йыл башынан 36 башҡарыу производствоһын тамамлаған, 1 млн 80 мең һум бурыс түләтелгән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль суд приставтары хеҙмәте иҫкәртә: милеккә арест һалыныуына һәм уның һатылыуына юл ҡуймаҫ өсөн бурыстарҙы түләп барырға кәрәк. Бурыстары менән ҡыҙыҡһыныусылар тармаҡтың http://r02.fssp.gov.ru/ рәсми сайтында “Банк данных исполнительных производств” интернет-сервисы аша йәки https://www.gosuslugi.ru/ сайтында белә ала.
Мәсетле районы
суд приставтары хеҙмәте.