Район үҙәгендә йәшәүсе танышын яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Ул уны ике ҡулы менән быуыуҙа, ейәненә ҡарата көс ҡулланыу-ҙа, уға ауыртыуҙар һәм психик травма һалыуҙа ғәйепләй.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсенең банк иҫәбенән 98 мең һум аҡсаһы билдәһеҙ кеше тарафынан урланған. Ул енәйәтсене яуаплылыҡҡа тарттырыу-ҙы һорап мөрәжәғәт иткән.
* * *
Район үҙәгенең бер йортонда күршеһе, йөк машинаһы менән ҡапҡа алдын ҡаплап, йорттан сығыу юлын япҡан.
* * *
Оло Ыҡтамаҡта Әй йыл-ғаһы буйында телефон юғалған, табып алыусы кире ҡайтарыу өсөн аҡса һорай.
* * *
Яңы Мишәр ауылында йәшәүсенең «Һаҡлыҡ банкы» картаһынан 4979 һум аҡсаһы билдәһеҙ номерҙан шылтыратыуҙан һуң юғал-ған.
* * *
Түбәнге Бобин ауылында йәшәүсе «Ресанта» иретеп йәбештереү аппараты, «Штиль» бензобысҡыһы, триммер юғалыуы хаҡында хәбәр итә.
* * *
Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе «Восточный экспресс банк» ПАО-һы аша 100 мең һум аҡса алып, Мәләкәҫ ауылында йәшәүсегә бирә, уныһы аҡсаны ала ла, кредитты түләмәй. Ә бурыс көндән-көн арта.
* * *
Райондың бер эшҡыуарында «Puma SУ» маркаһы аҫтында тауар табылған һәм тартып алынған. Уның, компания эйәһенең хоҡуҡтарын боҙоп, тауар билдәһен законһыҙ рәүештә ҡулланғаны асыҡланған.
* * *
Бер гражданға Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 327-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул Өфө ҡалаһында водитель таныҡлығын эшләтеп алған.
* * *
Мәсәғүт дауаханаһына Дыуан-Мәсетле ауылынан аяҡ-ҡулдары, бите яраланған 2016 йылда тыуған бала килтерелгән. Әсәһенең әйтеүе буйынса, ул ҡоҙоҡҡа осоп төшкән.
* * *
Оло Ыҡтамаҡта йәшәүсенең бағанала торған электр счетчигына билдәһеҙ кеше зыян килтергән.
* * *
Тимерәк ауылынан шылтыратыусы иҫерек ирҙең ферманы емереүе хаҡында хәбәр иткән.
* * *
“Мәк” операцияһы барышында полиция капитаны тарафынан райондың бер ауылында шәхси ихатала тарма үҫеүе асыҡланған.
Бөтә мөрәжәғәттәр буйынса тикшереүҙәр уҙғарылған.