Бөтә яңылыҡтар

Коллектор ойошмалары менән нисек эш итергә?

Әгәр һеҙҙең йәки туғандарығыҙҙың микрофинанс, кредит ойошмалары алдында кредит бурыстары бар икән, һеҙгә был компаниялар вәкилдәре менән аралашыу тәртибен белергә кәрәк. Кисектерелгән бурыс-тарҙы ҡайтарыуға йүнәлтелгән ғәмәлдәрҙе башҡарыуҙың дөйөм нормалары 230-сы Федераль закон менән нығытылған.

1-се ҡағиҙә. Кредит килешеүе (ҡулланыусы заемы килешеүе) төҙөгәндән һуң, уны төҙөгәндә ҡултамғалар ҡуйылған документтарҙы килешеү осоро һәм бурыс ҡайтарылғандан һуң өс йыл дауамында һаҡлағыҙ. Бурысты түләп бөтөү тураһында бар квитанцияларҙы һәм распискаларҙы һаҡлағыҙ.
2-се ҡағиҙә. Һеҙ яҙма ризалыҡ бирһәгеҙ, ә туғандарығыҙ риза булмауҙарын белдермәһә, микрофинанс, коллектор компанияһы вәкиле һеҙҙең туғандарығыҙ йәки өсөнсө кеше менән бәйләнешкә инә ала (һеҙҙең кредит йәки заем алғанда был турала ризалыҡҡа ҡул ҡуйыуығыҙ ихтимал).
Һеҙҙең яҡындарығыҙ һәм таныштарығыҙ кредитор йәки коллектор менән артабан аралашыуҙан теләгән ваҡытта баш тарта ала, хатта телефон аша һөйләшкәндә телдән әйтеп кенә лә.
Әгәр һеҙ өсөнсө кешеләр менән бәйләнешкә инеүҙәренә биргән ризалығығыҙҙан баш тартырға теләһәгеҙ, кредит биреүсегә йәки коллекторға нотариус аша, почта аша заказлы хат менән йәки шәхсән расписка яҙып ғариза бирә алаһығыҙ.
3-сө ҡағиҙә. Кисектерелгән бурысты ҡайтарыуға йүнәлтелгән ғәмәлдәр һеҙҙең дә, туғандарығыҙҙың да, шулай уҡ өсөнсө кешеләрҙең дә хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен боҙорға тейеш түгел.
Микрофинанс, коллектор компанияһы вәкиленә рөхсәт ителә:
* Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 10-ға тиклем, ял һәм байрам көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем тәүлегенә бер тапҡыр, аҙнаһына ике тапҡыр, айына һигеҙ тапҡыр шылтыратырға.
Кредит биреүсе (коллектор) мотлаҡ үҙе менән таныштырыр-ға тейеш (исем-шәрифен әйтергә, ҡайһы кредит биреүсе ойошма исеменән эш итеүен әйтергә).
* Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 10-ға тиклем, ял һәм байрам көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем тәүлегенә ике тапҡыр, аҙнаһына дүрт тапҡыр, айына 16 тапҡыр һеҙгә телеграф, текст, тауыш ярҙамында хәбәр ебәрергә.
Хәбәрҙә кредиторҙың һәм хеҙмәткәрҙең исеме, бәйләнеш телефоны номеры, кисектерелгән бурыс тураһында иҫкәртеү булырға тейеш.
* Һеҙҙең менән аҙнаһына бер тапҡыр осрашырға.
Иғтибар итегеҙ: кредит биреүсе ойошма менән килешеүҙә коллекторҙың бәйләнешкә инеүенең башҡа ысулдары һәм йышлығы күрһәтелергә мөмкин, һеҙ унан баш тарта алаһығыҙ.
4-се ҡағиҙә. Һеҙҙең йәки туғандарығыҙ менән бәйләнешкә ингәндә, кредиторға (коллекторға) сәләмәтлегегеҙгә йәки ғүмерегеҙгә зыян килтереү, мөлкәтегеҙҙе юҡҡа сығарыу менән янау тыйыла. Психологик баҫым яһау, намыҫығыҙҙы кәмһетерлек һүҙҙәр ҡулланыу, бурыстарығыҙҙы үтәмәгән осраҡта эҙемтәләре тураһында яңылыш фекер тыуҙырыу рөхсәт ителмәй.
Әгәр кредитор (коллектор) хоҡуҡтарығыҙҙы боҙа икән, уның менән әңгәмәне аудио һәм видеотехника ярҙамында яҙҙырып алығыҙ, шылтыратыуҙың аныҡ ваҡытын билдәләгеҙ (шылтыратыу ваҡытын яҙҙырып алыу өсөн кәрәҙле элемтә операторына мөрәжәғәт итегеҙ).
5-се ҡағиҙә. Законһыҙ ғәмәлдәр туҡтатыласаҡ.
Микрофинанс һәм коллектор ойошмалары эшмәкәрлеген суд приставтары хеҙмәте күҙәтә. Әгәр кредит биреүсе ойошма (коллектор) һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы боҙһа һәм үҙ ғәмәлдәре менән һеҙгә йәки яҡындарығыҙға зыян йәки әхлаҡи зыян килтерһә, бындай ғәмәлдәр өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоу-ҙар тураһында кодексының 14.57-се статьяһына ярашлы, административ яуаплылыҡ ҡарал-ған. Был осраҡта 8 (347) 273-71-49 “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәренә мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ һорауығыҙҙы “Бәйләнештә” төркөмөндә бирә алаһығыҙ (https://vk.com/ club151159628). Кисектерелгән бурысты ҡайтарыу буйынса функцияны ғәмәлгә ашырыусы юридик ойошмалар эшмәкәрлегенә контроль һәм дәүләт реестрын алып барыу буйынса бүлек белгестәре грамоталы консультация һәм һорауҙарығыҙға яуап бирәсәк. Коллектор таянырға тейешле ҡағиҙәләр менән тағы ла бер тапҡыр махсус памятка (http://r02.fssprus.ru/ 2407704/) аша таныша алаһығыҙ.
Банк ойошмаларының ҡануниәтте үтәүҙәрен күҙәтеү Рәсәй Үҙәк банкына йөкмәтелгән. Был ойошмалар һеҙҙең хоҡуҡтарҙы боҙа икән, Рәсәй Үҙәк банкының рәсми сайты аша (https://cbr.ru/Reception/) ялыу менән мөрәжәғәт итегеҙ. Рәсәй банкы кредит ойошмаһынан был законды боҙоуҙы бөтөрөүҙе талап итергә, шулай уҡ закон менән ҡаралған санкциялар ҡулланырға мөмкин.
Мәсетле суд приставтары хеҙмәте бүлеге.