Бөтә яңылыҡтар

Банкмы, әллә коллектор компанияһымы? Кем һеҙгә шылтырата?

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡорт-остан Республикаһы буйынса идаралығы халыҡ араһында коллекторҙар һәм кредит биреүселәр эшмәкәрлегенә бәйле һорау-ҙарға яуап алыу уҙғара.

Башҡортостандың суд приставтары хеҙмәте идаралығы ғәмәлдәге законды боҙоу осраҡтарын асыҡлау һәм граждандарҙың законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса эшмәкәрлеген да- уам итә. Кисектерелгән бурысты ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлекте ғәмәлгә ашырған юридик берәмектәрҙең хоҡуҡтары һәм бурыстары 230-сы Федераль закон нормалары менән регламентлана. Был закон талаптарын боҙоу компанияны яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн нигеҙ булып тора.
Йыл башынан идаралыҡҡа кредит биреүселәр һәм коллекторҙар эшмәкәрлеге мәсьәләләренә бәйле 259 мөрәжәғәт булған. Уларҙы тикшереү һөҙөмтәһендә вазифалы шәхестәр Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 14.57-се статьяһы менән ҡаралған административ хоуҡуҡ боҙоу тураһында 15 эш ҡуҙғатҡан, шуның 6-һы – микрофинанс ойошмаларына, 7-һе – коллекторҙар ойошмаларына, 2-һе микрофинанс ойошмаһының вазифалы кешеләренә ҡарата. Был эштәр буйынса материалдар судҡа ебәрелде.
Суд приставтары граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итеүҙән тыш халыҡ араһында юридик белемде арттырыу буйынса ла эштәр алып бара. Һорауы булған һәр кем 8 (347) 273-71-49 “ҡыҙыу линия” телефоны буйынса, йәки “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Надзор за коллекторами” төркөмөндә (https:// vk.com/club151159628) консультация алыу мөмкинлегенә эйә.
Статистика мәғлүмәттәрен дөйөмләштереү өсөн республика халҡы араһында һорауҙарға яуап алыу уҙғарыла. Тикшереү яуап вариантын һайлау ысулы менән стандарт интервью формаһында. Һорауҙар исемлегендә – коллектор-ҙар, микрофинанс ойошмалары, уларҙың законһыҙ ғәмәлдәренә ҡарата ғариза биреү ысулдары.
Теләге булғандарға https://forms.gle/sYUPNWXwpvw2GZKGA адресы буйынса тест үтергә тәҡдим итәбеҙ. Һуңында 230-сы Федераль закон менән таныша алаһығыҙ.