Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Кеше. Йәмғиәт. Закон
17 Апреля 2020, 07:00

Хоҡуҡ боҙоу сәбәпле эшенән бушатылды

Коммерция ойошмаһына урынлашҡан элекке дәүләт хеҙмәткәре коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙған өсөн Мәсетле районы прокуратураһы талабы буйынса эшенән бушатылды.

Асыҡланыуынса, Башҡортостан Республикаһы буйынса милек мөнәсәбәттәре министрлығының Мәсетле районы буйынса милек менән идара итеү комитетында дәүләт хеҙмәтен биләгән Мәсетле районы кешеһе 2018 йылдың октябрендә үҙ теләге менән эшенән бушатылған.
Элекке дәүләт хеҙмәткәре 2019 йылдың сентябрендә коммерция ойошмаһына эшкә урынлашҡан. Әммә эш биреүсегә үҙенең элекке хеҙмәт урыны тураһында хәбәр итмәгән.
Коррупцияға ҡаршы ҡануниәт буйынса, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә эшләгән граждан, вазифаһын ҡалдырғандан һуң, ике йыл дауамында хеҙмәт һәм гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеүҙәре төҙөгәндә эш биреүсегә үҙенең элекке хеҙмәт урыны тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш.
Граждандың (элекке хеҙмәткәрҙең) был бурысты үтәмәүе был граждан менән төҙөлгән хеҙмәт килешеүен өҙөүгә килтерә.
Ҡануниәткә ярашлы, элекке дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙең ике йыл дауамында эшкә урынлашыуы был мәсьәләне граждан элек хеҙмәт иткән дәүләт һәм муниципаль орган ҡарағандан һуң һәм коррупция күренеше булмағанда ғына мөмкин.
Элекке дәүләт хеҙмәткәренең ҡануниәтте үтәмәүе сәбәпле коммерция ойошмаһы исеменә күрһәтмә бирелде, һөҙөмтәлә элекке дәүләт хеҙмәткәре менән хеҙмәт килешеүе ваҡытынан алда туҡтатылды.
Эльдар ГӘРӘЕВ,
район прокуроры урынбаҫары.