Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
7 Апрель 2020, 21:00

Юлдар сифатһыҙ ремонтланған

Мәсетле районы прокуратураһы Оло Ыҡтамаҡта һәм райондың башҡа ауылдарында автомобиль юлдарын ремонтлағанда ҡануниәтте боҙоу осраҡтарын асыҡланы.

2019 йылда Мәсетле районы хакимиәте менән “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте араһында Оло Ыҡтамаҡта һәм Мәсетле районы ауылдарында дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын ремонтлауға, был эштәрҙе 2019 йылдың 15 ноябренә тиклем тамамлау шарты менән, муниципаль контракттар төҙөлгән. Әммә “Башкиравтодор” йәм-ғиәтенең подряд ойошмаһы бул-ған Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы автомобиль юлдарын ремонтлауға күпкә һуңлап тотон-ған, шуға бәйле контракттарҙың бер өлөшө унда билдәләнгән ваҡыттан һуңға ҡалып үтәлгән, ә бер контракт бөтөнләй башҡарылмай ҡалған. Район прокуратураһы уҙған йылдың ноябрь-декабрендә башҡарылған эштәрҙең сифатын тикшергәндә подряд ойошмаһының ремонтты сифат-һыҙ башҡарыуы, юл япмаһында күп һанлы етешһеҙлектәр асыҡланды. Юлдар сифатһыҙ ремонтланыу сәбәпле, яҙ ҡар ирей башлағас, Оло Ыҡтамаҡта һәм Мәсетле районының башҡа ауылдарында ремонтланған автомобиль юлдарының күпселек участкаларында юл япмаһы урыны-урыны менән боҙолдо.
Уҙған йылда уҙғарылған тикшереү барышында асыҡланған Мәсетле юл төҙөү-ремонтлау идаралығының автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһында ҡануниәтте боҙоуы осрағы буйынса район прокуратураһы ҡарары менән ойошманың вазифалы кешеһе РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының (артабан – КоАП) 12.34-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса ҙур штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын сифатһыҙ ремонтлау осрағы буйынса быйыл район прокуратураһы “Башкир-автодор” йәмғиәте исеменә баш-ҡарылған эштәрҙәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында күр-һәтмә бирҙе, уның һөҙөмтәһендә Мәсетле юл төҙөү-ремонтлау идаралығының вазифалы кешеһе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Бынан тыш, ойошманың вазифалы кешеһенә ҡарата РФ КоАП-ының 7.32-се статьяһының 7-се өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш асылды һәм ул әлеге мәлдә судта ҡарала.
Мәсетле районы хакимиәтенең сифатһыҙ башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеүе осрағы буйынса район прокуратураһы муниципалитет исеменә автомобиль юлдары тураһында ҡануниәтте боҙоу осраҡтарын бөтөрөү тураһында күрһәтмә бирҙе. Муниципалитетҡа Оло Ыҡтамаҡтағы һәм район ауылдарындағы юлдар-ҙы ҡануниәткә ярашлы итеү талабы ҡуйылды.
Юл эшмәкәрлеге өлкәһендә ҡануниәтте боҙоуҙарҙы бөтөрөү район прокуратураһы контролендә.

Эльдар ГӘРӘЕВ,

район прокуроры

урынбаҫары.