Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
1 Апрель 2020, 15:00

Мутлашыу һәм хеҙмәттә ялғанлау

Мәсетле районында муниципаль берәмектең элекке башлығына һәм уның менән бергә эш иткән кешегә ҡарата коррупция енәйәте факты буйынса ғәйепләү хөкөмө сығарылды.

Мәсетле районы прокуратураһының 2019 йылда уҙғарған тикшереүе барышында Мәсетле районы муниципаль берәмектәренең береһенең башлығы танышының үтенесе буйынса үҙенең вазифа бурыстарынан файҙаланған һәм 2017 йылда ауыл биләмәһе хакимиәтенә танышының ҡыҙын фиктив эшкә урынлаштырған.
Ысынбарлыҡта ҡыҙ хакимиәттә эшләмәгән, ә Башҡортостан Республикаһы ҡалаларының береһендә уҡып йөрөгән. 2019 йылдың ғинуарында прокуратура тикшергән ваҡытта муниципаль берәмек башлығы һәм уның менән эш иткән танышы ҡыҙҙың үҙ теләге менән эштән бушатылыуы тураһында документ тултырған. Эшкә фиктив урынлаштырыу һөҙөмтәһендә 2017-2019 йылдар дауамында урындағы бюджеттан 300 мең һумдан ашыу аҡса урлан-ған.
Был факт буйынса район прокуратураһы тикшереү материалдарын тәфтиш органдарына ебәрҙе. Унда Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө өлөшөнә һәм 292-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, вазифалы кешегә һәм уның менән бергә эш иткән кешегә ҡарата мутлашыу һәм хеҙмәттә ялғанлау факты буйынса енәйәт эше асылды.
Эште судта ҡарау һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай район-ара суды тарафынан ғәйеплеләргә ҡарата ғәйепләү хөкөмө сығарылды. Бынан тыш, район прокуратураһы ғаризаһы буйынса ғәйеплеләрҙән килтерелгән зыян суммаһы кире ҡайтартылды.
Суд ҡарары законлы көсөнә инде.

Эльдар ГӘРӘЕВ,

район прокуроры урынбаҫары.