Ошо ваҡыт эсендә Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 86 хәбәр һәм ғариза килгән. Булған хәлдәрҙең күпселеген иҫерек килеш ғауға күтәреүҙәр тәшкил итә.
Ишеккә булмаһа, тәҙрәгә
Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡатын иренең ишекте ватырға тырышыуы, тәҙрәгә шешә ташлауы, үлтереү менән янауы, шуның менән балаларын ҡурҡытыуы тураһында шылтыратып хәбәр иткән.
Төнгө 3-тә шылтыратҡан ҡатындың да шундай уҡ хәл. Әммә был осраҡта элекке бергә йәшәгән ир фатирға инеү өсөн ишекте ватырға тырышҡан.
Яңылыш көрәк менән тейгәндәр
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе 1972 йылғы кеше үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегенә медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Уның күҙ тирәһе һәм күҙ ҡабағы йәрәхәтләнгән. Зыян күреүсенең һүҙҙәренсә, уға эштә яңылыш көрәк менән эләктергәндәр.
Банк картаһын юғалтҡан
23 февралдә Оло Ыҡтамаҡ ауылында бер граждан үҙенең һаҡһыҙлығы арҡаһында банк картаһын юғалтҡан. Wi-Fi бәйләнеше функцияһы булған был карта аша кемдәрҙер “Магнит” һәм “Пятерочка” магазиндарында 1608 һумға тауар алған.
Яңы күрше
Район үҙәгендә йәшәүсе берәү телефон аша шылтыратып, Тыныслыҡ урамындағы өйҙәр-ҙең береһендә йәшәр урыны булмаған кешенең ҡунып йөрөүе һәм шунлыҡтан подъезда яман еҫ тороуы тураһында хәбәр иткән.
Хәүефле юлдаш
8 мартта Оло Ыҡтамаҡтан 2001 йылғы гражданканан ғариза алына. Ул иртәнге сәғәт 5-тәр тирәһендә көмөшһыу төҫтәге автомобилдә уны килтергән яҡынса 28 йәштәрҙәге билдәһеҙ ирҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙы һорай. Ир уның ихтыярына ҡаршы енси мөнәсәбәткә инергә маташҡан, һуңынан уны ауылдарҙың береһе эргәһендә трассала ҡалдырып киткән.
Һаҡ булығыҙ – мутлашыусылар!
1966 йылғы район үҙәге кешеһе билдәһеҙ берәүҙең үҙен Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәре тип таныштырып, уны яңылыштырып, банк картаһынан 29000 һум аҡсаһын урлауы тураһында хәбәр иткән.
Бар осраҡтар буйынса тикшереүҙәр бара.