Бөтә яңылыҡтар

Бурыс сит илгә сығарыуҙан баш тартыуға сәбәпсе булырға мөмкин

Мәсетле районы суд приставтары урында йәшәүсе кешегә ҡарата башҡарыу эшен фактик үтәү менән тамамланы. Башта ул банк алдындағы 87 мең һумлыҡ бурысын түләргә ашыҡмаған.

Төркиәлә ял итергә осорға кәрәк булғас, уның финанс йөкләмәләренә ҡарата ҡарашы үҙгәрә. Ир алдан сәфәр тураһында хәстәрлек күреп ҡуйырға була һәм, пландары боҙолмаһын өсөн, бурысын түләп ҡуя.
2020 йыл башынан Баш-ҡортостан Республикаһының бурыстарын ваҡытында ҡап-ламаған 166 меңдән ашыу кешеһе Рәсәй Федерацияһынан ситкә сыға алмай.Суд ҡарарын үтәүҙән баш тартыусыларға ҡарата баш-ҡарыу эше өлкәһендә ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы суд приставы тарафынан Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыу хоҡуғын ваҡытлыса сикләү тураһында ҡарар сығарыла, был сит ил сәфәренә пландар-ҙы шаҡтай үҙгәртергә мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, практика күрһәтеүенсә, оҙаҡ ваҡыт дауамында суд приставы менән осрашыуҙан ҡасыр-ға тырышҡан бурыслылар һуңынан, сит илгә сығырға теләп, үҙҙәренә ҡарата бул-ған барлыҡ башҡарыу документтарын үтәй.Үткән йыл дауамында бурыстарын түләмәү арҡаһында Башҡортостан Республикаһының 390880 кешеһенең сит илгә сығыу хоҡуғы сикләнгән булып сыҡты. Әлеге сараны ҡулланыу һөҙөмтәһендә 1,8 млрд һум (2018 йылда ул 1,4 млрд һум тәшкил иткән) дөйөм суммалағы бурыстар түләтелде. Шулай итеп, суд приставтары-баш-ҡарыусылары тарафынан үҙҙәренә бирелгән вәкәләттәрҙең әүҙем ҡулланылыуы үтәтеү документтары талаптарының фактик үтәлеүен күтәрергә һәм, шулай булғас, граждандарҙың хоҡуҡтары һәм законлы мәнфәғәттәренең яҡланылыуына булышлыҡ итә.2020 йыл башынан 22421 кеше “сығарылмай торған” статусын алды, шуның менән бергә 143733 кешегә ҡарата суд приставтары тарафынан 2019 йылда сығарылған сит илгә сығыуға тыйыуҙар ғәмәлдә булыуын дауам итә. Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль суд прис-тавтары хеҙмәте идаралығы ҡәтғи рәүештә төбәк халҡына булған бурыстарына иғтибарлы булырға һәм уларҙы түләүҙе, айырыуса сит ил сәфәрҙәрен планлаштырған осраҡта, алдан хәстәрләргә кәңәш итә. Айырыуса ҙур бурыстар булғанда илдән ситкә сығыу пландарын ҡаршылыҡһыҙ бойомға ашырып булмаҫҡа ла мөмкин.Ситкә сығыу түбәндәге осраҡтарҙа ла ваҡытлыса сикләнә:– әгәр һалымдар, ЮХХДИ штрафтары йәки коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыстар 30 мең һәм унан күберәк тәшкил итһә йәки бурыс 10 мең һумдан ашыуыраҡ булып, үҙ ирке менән түләү көнөнән алып ике ай үтеп тә, бурыслы түләү индермәһә; – әгәр алименттар, сәләмәтлеккә зыянды ҡаплау, ҡараусыһы үлеү менән бәйле, мөлкәт зыянын йәки енәйәт һөҙөмтәһендә әхлаҡи зыянды түләтеү тураһындағы талаптар буйынса бурыс 10 мең һумдан артһа;– әгәр башҡарыу документында милеккә бәйһеҙ талап булһа. Ул, мәҫәлән, закон-һыҙ эштән бушатылған хеҙмәткәрҙе эшендә тергеҙеү, бурыслыны сығарыу йәки талап итеүсене индереү, бинаны һүтеү, баланы тапшырыу тураһында, шулай уҡ суд ҡарары буйынса мәжбүри эштәрҙә яза үтмәгән бурыслыға ҡарата талап.Бурыстың булыу-булмауын ведомствоның http://r02. fssprus.ru/ рәсми сайтында тикшерергә мөмкин.