Бөтә яңылыҡтар

Республика судтары эшенә йомғаҡ яһалды

20 февралдә Башҡортостан Республикаһының Юғары Судында суд рәйестәре, уларҙың урынбаҫарҙары һәм судьяларҙың кәңәшмәһе булды, унда республика судтарының 2019 йылдағы эшенә йомғаҡтар яһалды.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Хәбиров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К. Толкачев, БР буйынса баш федераль инспектор М. Закомалдин, БР-ҙа кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченный Р. Ҡәйүмов, республика прокуроры В. Ведерников, БР эске эштәр министры Р. Деев, ФСБ-ның төбәк идаралығы начальнигы урынбаҫары С. Краснов, Рәсәй Тәфтиш комитетының БР буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһе Д. Чернятьев, республика буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте етәксеһе И. Мәхмүтов, төбәк буйынса Рәсәй Федераль яза үтәү хеҙмәте начальнигы А. Чириков, республика буйынса Суд департаменты идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Н. Яҡупов, БР-ҙың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы З. Ғәлләмов ҡатнашты.
Республиканың суд системаһы етәксеһе З. Латипова Башҡортостан Республикаһының 2019 йылдағы дөйөм юрисдикцияһы судтары эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса анализ яһаны.
Кәңәшмә барышында республиканың үткән йылдағы иң яҡшы эш күр-һәткестәренә эйә булған судтары һәм судьялары наградланды.
Район һәм мировой судьяларҙың 2019 йылдағы эштәре йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Юғары Суды Президиумының почет грамоталары менән Балаҡатай район-ара суды рәйесе А. Нәжипов һәм Мәсетле районы буйынса суд участкаһы мировой судьяһы А. Малинин бүләкләнде.
Статистик мәғлүмәттәр буйынса 2019 йылда Балаҡатай район-ара суды менән 249 (2018 йылда – 179) енәйәт эше, 1148 (2018 – 1161) гражданлыҡ һәм административ эш, 164 (2018 – 222) административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы эш, шулай уҡ апелляцион тәртиптә 13 енәйәт эше, 49 гражданлыҡ һәм административ эш, 74 административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы эш тикшерелгән. Барлығы 210 кеше (уларҙың 25-е – ҡатын-ҡыҙ) язаға хөкөм ителгән, шуларҙың 11-е – айы- рыуса ауыр енәйәт ҡылған өсөн (2018 – 9), 53-сө – ауыр енәйәт ҡылған өсөн (2018 – 39), 56-һы – уртаса ауырлыҡтағы енәйәт ҡылған өсөн (2018 – 84), 90-ны – әллә ни ауыр булмаған енәйәт ҡылған өсөн (2018 – 14).
Тикшерелгән енәйәт эштәре һанының артыуын, бәлки, 2019 йылда РФ Енәйәт кодексының әллә ни ауыр булмаған енәйәттәргә индерелгән 157-се (балаларын йәки эшкә яраҡһыҙ ата-әсәләрен ҡарауға средстволар түләмәү) һәм 264.1-се (элек иҫерек килеш транспорт сараһына идара иткән өсөн административ йәки енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған кешеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы) статьялары менән ҡаралған енәйәт эштәренең район судтары ҡарамағына бирелеүе менән аңлатырға мөмкиндер. Йыш ҡылынған енәйәттәр иҫәбенә урлашыуҙы (61 кеше хөкөм ителгән), транспорт хәрәкәте һәм эксплуатациялау хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен бо-ҙоуҙы (45 кеше), кеше һаулығына уҫал уй менән ауыр йәки уртаса ауырлыҡтағы зыян килтереүҙе (16 кеше) индерергә мөмкин. Гражданлыҡ эштәренең дөйөм һанынан (барлығы 873) 55 ғаилә-хоҡуҡ мөнәсәбәттәре тураһындағы эш ҡаралған, шуларҙың 12-һе – ата-әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү, 8-ҙе – атайлыҡты билдәләү, 6-һы – бергә йыйған мөлкәтте бүлеү тураһында; 120 – түләнмәгән эш хаҡын түләтеү тураһында; 22 – юл-транспорт ваҡиғаларынан зыяндарҙы түләтеү ғаризалары буйынса; 34 – мираҫҡа милек алыу менән бәйле бәхәстәр; 23 – ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау; 158 – кредит/займ килешеүҙәре буйынса суммаларҙы түләтеү; 57 – юридик әһәмиәттәге факттарҙы билдәләү тураһында; 21 – гражданды эшкә һәләтһеҙ тип табыу тураһында.
Дөйөм алғанда, йомғаҡлау кәңәшмәһендә З. Латипова һуңғы ете йылда суд ҡарарҙары тотороҡлолоғоноң тайпылышһыҙ үҫеүен билдәләне, был район звеноһы судьялары тарафынан законлы, нигеҙле һәм дәлилле суд ҡа- рарҙары сығарылыуының ыңғай динамикаһы хаҡында һөйләй.