Оло Ыҡтамаҡ ауылынан 26 йәшлек водителде ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата һәм уның алкоголле эсемлек ҡулланғанын асыҡлай. Уға ҡарата РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 1-се бүлегенең 12.8-се статьяһы буйынса протокол төҙөлә. Әммә егетте был туҡтатмай, һәм икенсе көнөнә йәнә иҫерек килеш рулгә ултыра. Бер нисә көн үтеүгә, ул йәнә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре иғтибарын йәлеп итә – йәнә эскән. Протоколдарҙың һәр береһе буйынса суд иргә 30-ар мең һум штраф һалған һәм йыл ярымға транспорт менән идара итеүен тыйған.
Әммә хоҡуҡ боҙоусы штрафты үҙ ирке менән түләмәгән. Башҡарыу документтары нигеҙендә Мәсетле районының суд приставтары бүлегендә өс башҡарыу производствоһы ҡуҙғатылды. Вазифалы хеҙмәткәрҙәр тарафынан мәжбүри саралар күреләсәген белә тороп, закон талаптарын һанға һуҡмаған ир йәнә түләүҙән баш тартты. Билдәләнгән ваҡыт эсендә ул тейешле сумманы түләмәгәнлектән, суд приставы башҡарыу йыйымын түләтеү тураһында ҡарар сығарҙы, шулай уҡ РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 1-се бүлегенең 20.25 статьяһы буйынса (“Административ язаны үтәүҙән ситләшеү”) өс административ протокол төҙөнө. Бынан тыш, шәхсән осрашыу ваҡытында суд приставы-башҡарыусы уға артабан түләмәгән осраҡта автомобиле тартып алынасағы һәм уға арест һалынасағы тураһында иҫкәртте.
Суд ҡарарын үтәү кәрәклеген ниһайәт аңлаған ир 90 мең һум штрафын, шуға өҫтәп 6,3 мең һум башҡарыу йыйымын тулыһынса түләгән. Әлеге мәлдә ул ауыл советы ҡарамағында мотлаҡ эштәр баш-ҡара. 60 сәғәт – РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.25 статьяһы буйынса уға шунса ваҡыт эшләргә ҡушылған.