Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
18 Февраль 2020, 13:00

Криминаль хроника

(1-13 февраль)

Ошо ваҡыт эсендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлегенә ҡылынған енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 90-дан ашыу белдереү килде.
Юл-транспорт ваҡиғаһы
Дыуан районы кешеһе Мәләкәҫ-Әләгәҙ юлында үҙенең “Лада-Гранта” автомобилендә атты төрттөрөүе тураһында хәбәр иткән.
Отелло
Тайыш ауылында йәшәүсе берәү телефондан шылтыратып, уларҙың өйөнә бер егеттең килеп инеүе һәм әсәһен быуа башлауы тураһында хәбәр иткән. Әсәһе ҡасып китә алған һәм күршеләрендә ҡунған. Әлеге мәлдә был егет өйөндә.
Мексика мажаралары
Район үҙәгендә йәшәүсе берәү күршеһенең йүгереп инеүе һәм уның өйө ҡаршыһында бер егеттең тауыш күтәреүе, һауыт-һаба ватыуы тураһында әйтеүен хәбәр иткән.
Аҙашҡандар
Ике оло һәм ике баланан торған йәш ғаилә навигатор буйынса Яр Саллынан Екатеринбургка китеп барған һәм, аҙашып, Баш-ҡортостанға килеп кергән.
Медицина ярҙамы кәрәк булған
“Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә Әжекәй ауылынан иҫерек 1991 йылғы берәү мөрәжәғәт иткән. Уның ҡул бармаҡтары яраланған. Ирҙең һүҙҙәренсә, ул раковинаға киҫелгән.
4.25 сәғәттә Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына Яңы Яуыш кешеһе медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Уның башы яраланған, иҫерек булған. Стационарға ятыу-ҙан баш тартҡан. Зыян күреүсенең һүҙҙәренсә, башына шешә менән һуҡҡандар.
Хоҡуҡ боҙоусылар үҙҙәре полицияға килә
Полиция хеҙмәткәрҙәренән киске сәғәт 8 тирәһендә Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенә ике иҫерек егеттең килеп инеүе, уларҙың көскә атлауы, көслө алкоголь еҫе сығыуы, көнбағыш ярып, уның ҡабығын иҙәнгә төкөрөүҙәре тураһында рапорт килгән. Егеттәр 2001 йылғы булып сыҡҡан.
Шулай уҡ Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәренән хеҙмәт автомашинаһында хеҙмәттәрен алып бар-ғанда, 01.40 сәғәттә уларҙың автомобиленә бер ирҙең килеп, тәҙрәгә һуғыуы, ишекте тот-ҡаһынан тартҡылауы, салонға фонарь менән яҡтыртыуы тураһында рапорт килгән. Ул машинанан алыҫыраҡ китергә тигән талапҡа буйһонмаған. Ир көскә атлаған, алкоголь еҫе сыҡҡан, телмәре аңлашылмаған. Ир артабан хәлде асыҡлау өсөн полиция бүлегенә килтерелгән. Шәхесе асыҡланған, 1982 йылғы район үҙәге кешеһе булған.
Эҙләгеҙ, ә юҡ, эҙләмәгеҙ...
Өфөлә йәшәүсе берәү Иглин районында ҡатнаш аҙыҡ бушатҡан һәм уның өсөн 43 мең һум аҡса алған водителен табырға һорап шылтыратҡан.
Ике сәғәттән Өфөлә йәшәүсе йәнә шылтыратҡан һәм водителде артабан эҙләмәүҙәрен һораған. Водитель бәйләнешкә сыҡҡан икән.
Бар факттар буйынса тикшереүҙәр бара.