Бөтә яңылыҡтар
Кеше. Йәмғиәт. Закон
14 Февраль 2020, 12:00

Суд приставтары 2019 йылға йомғаҡ яһаны

Отчет осоронда Мәсетле районы суд приставтары бүлегенең судтар эшмәкәрлеген билдәләнгән тәртиптә тәьмин итеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан судьялар һәм суд процестарында башҡа ҡатнашыу-сыларҙың именлеген тәьмин итеүгә 666 заявка үтәлгән.

Судьяларға мәжбүри килтерелергә тейешле – 55 кеше, суд приставтары-башҡарыусыларына килеүҙән баш тартыусы 140 граждан килтерелгән. Суд ҡарарын үтәгәндә арест һалынған мөлкәтте тартып алғанда йәки файҙаланыуҙы тыйған ваҡытта суд приставтары-башҡарыу-сыларының именлеген тәьмин итеү буйынса 905 заявка үтәлгән.
Эске эштәр органдарына тәүтикшереү, тәфтиш органдарынан йәки судтан ҡасыусы шәхестәрҙе эҙләүҙә һәм тотоуҙа булышлыҡ күрһәтеү буйынса вәкәләттәрен бойомға ашырған ваҡытта судтар эшмәкәрлеген билдәләнгән тәртиптә тәьмин итеү буйынса суд приставтары тарафынан ике кеше тотолған. 2019 йылғы эш йомғаҡтары буйынса судта билдәләнгән тәртипте (судьяның йәки суд приставының суд эшмәкәрлеген билдәләнгән тәртиптә тәьмин итеү буйынса бойороғон үтәмәү) боҙоусы 25 граждан – РФ КоАП-ының 17.3-сө статьяһы, 12-һе – РФ КоАП-ының 17.8-се статьяһы (башҡарыу документтарын мәжбүри үтәтеү функцияларын бойомға ашырыуға вәкәләтле органдың вазифалы шәхесенең законлы эшмәкәрлегенә һәм суд эшмәкәрлеген билдәләнгән тәртиптә тәьмин итеүгә ҡаршылыҡ күр-һәтеү) буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. 2019 йылда судтарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуйылмаған.
Үткән йылда бүлектең суд приставтары-башҡарыусылары тарафынан 42 млн һумдан ашыу суммалыҡ мөлкәткә 216 арест бойомға ашырылған, суд приставтары ике меңдән ашыу бурыслының йәшәгән урындарына барған.
Үтәтеү эше буйынса: 2019 йылда 361 (2018 йылда – 313) млн һумлыҡ 12786 үтәтеү эше (9696) башҡарыуҙа булған; 167 (2018 йылда – 134) млн һумлыҡ 8371 (6057) үтәтеү эше ҡуҙғатылған. 5386 (3950) үтәтеү эше фактик башҡарылыу менән тамамланған, 62 (44) млн һум түләтелгән.
РФ-тың тупланма бюджетына 16 (2018 йылда – 12) млн һумдан ашыу, шул иҫәптән район бюджетына һәм ауыл биләмәләре бюджеттарына 4 (3) млн һумдан ашыу күсерелгән.
Хеҙмәт эшмәкәрлегенең төп һәм өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе балиғ булмаған балаларҙы аҫрауға алименттар түләтеү тураһындағы суд ҡарар-ҙарын үтәү булды һәм булып ҡала. Отчет осоронда Мәсетле район бүлегендә ошо категориялағы 341 (305) үтәтеү эше башҡарыуҙа булды. Бөтә нигеҙҙәр буйынса 201 (160), шул иҫәптән бурыслыны эшкә урынлаштырыу менән бәйле 139 үтәтеү эше тамамланған. 10 бурыслыға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. 21 бурыслы РФ КоАП-ының 5.35.1-се статьяһы буйынса админис- тратив яуаплылыҡҡа тарттырылған.
2020 йылдың 1 ғинуарына алимент түләтеү тураһында 139 үтәтеү эше башҡарыуҙа, бурыслыларҙың балаларҙы ҡа-рауға бурыстарының дөйөм суммаһы 24 млн һум тәшкил итте.
Кредиттар буйынса документтар һаны даими арта, 2018 йылда физик шәхестәрҙән кредит түләтеү буйынса яңы ҡуҙғатылған үтәтеү эштәре һаны 958 (72 млн һумлыҡ) тәшкил итһә, 2019 йыл йомғаҡтары буйынса – 1307 (89 млн һумлыҡ). Бөгөнгә дөйөм бурыс суммаһы 108 млн һумдан ашыу булған 1403 документ – мәжбүри үтәтеүҙә, шуларҙың 907 үтәтеү документының күсермәһе – 62 млн һумдан ашыу бурысты эш хаҡынан йәки пенсияларҙан тотоп ҡалыу өсөн эш биреүсе ойошмаларҙың бухгалтерияларында.
Шулай уҡ, әйтергә кәрәк, матбуғатта һәм хеҙмәт коллективтары менән осрашыуҙарҙа даими аңлатыуҙарға ҡарамаҫтан, мәсетлеләр кисектерелгән бурыстарын ҡайтартыу функцияларын бойомға ашырыусы шәхестәр, йәғни коллекторҙар-ҙың законһыҙ эшмәкәрлегенән үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау хоҡуҡтарын әүҙем файҙаланмай.
Бүлек алдында 2020 йылға түбәндәге бурыстар тора: бүлектең барлыҡ вазифалы шәхестәренең эшмәкәрлегендә законлылыҡтың тайпылышһыҙ үтәлеүе, профилактик һәм иҫкәртеүсе сараларҙы, мәжбүр итеү сараларын ҡулланыу ихтыяжынан тыш суд тарафынан йөкмәтелгән бурыстарҙың ойошмалар һәм граждандарҙың үҙ иректәре менән үтәүен стимуллау өсөн административ практиканы арттырыу, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары һәм туранан-тура халыҡ менән аралашыу аша граждандарға хоҡуҡи аң-белем таратыу, суд-тар эшмәкәрлеген билдәләнгән тәртиптә тәьмин итеү буйынса хеҙмәт итеүҙе һәм үтәтеү эштәрен башҡарыу хәүефһеҙлеген, махсус әҙерлекте ойоштороу һәм башҡалар.
2019 йылда Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлектәр рейтингында Мәсетле район суд приставтары бүлеге – 10-сы, район бүлектәре араһында 8-се урын алды.